Тәмле генә лимон бәлеше рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ҡамыр өсөн кәрәк: 200 гр. аҡ май 2 йомортҡа 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо 1 аш ҡалағы ҡоро сүпрә 0,5 стакан йылымыс һыу Тоҙ Он Шәкәр ҡомо менән сүпрәгә һыу һалып, өҫтөн ҡаплап ҡабартырға ҡуябыҙ. Өй температураһында йомшарған аҡ майҙы он менән ыуабыҙ, валсыҡ барлыҡҡа килә. Шуға бер аҙ тоҙ, йомортҡа, ҡабарған сүпрәбеҙҙе һәм он һалып, һәйбәтләп ҡамыр баҫабыҙ һәм бер аҙ ял иттерергә ҡуябыҙ. Эслек 2 лимон (1 лимон, 1 әфлисун да ярай) 1 стакан шәкәр ҡомо 1 йомортҡа Лимонды эре киҫәктәргә турайбыҙ. Блендерға лимон, йомортҡа, шәкәр ҡомо һалып иҙәбеҙ. Эслек әҙер. Майланған табаға тәүҙә ҡамырҙың ҙурыраҡ өлөшөн йәйеп, эслек һалып, өҫтөн йоҡараҡ итеп йәйелгән ҡамыр менән ҡатлап бешерәбеҙ. Өҫтөнә аҡ майға он ҡушып ыуып эшләнгән валсыҡты һибергә мөмкин. Ауыҙҙа эреп кенә торған лимон бәлеше килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын! Сығанаҡ һәм фото: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө (https://vk.com/bashkortvk)