Найти тему

Сливанан... ҡайнатма түгел, соус!

Оглавление

Ул ит ризыҡтары өсөн бынамын тигән тәмләткес буласаҡ.

Сливанан... ҡайнатма түгел, соус!
Сливанан... ҡайнатма түгел, соус!

2 кг сливаны йыуып, төшөнән таҙартырға ла, ваҡ ҡына итеп турарға. Ҡалын төплө кәстрүлгә һалып, һүрән генә утта 20 минут бешерергә. Күбектәрен йыйып алырға онотмағыҙ.

1 баш һарымһаҡ менән ҡыҙыл боросто ла таҙартып, ваҡларға. Шулай уҡ 150 г йәшел тәмләткес (кинза, петрушка, укроп, базилик, бөтнөк, селдерей йыйылмаһы) үләндәрҙе лә ваҡлап турарға. Уларҙың барыһын да бешкән сливаға ҡушып, 1 ҡалаҡ "Хмели-сунели" тәмләткесе, самалап тоҙ һәм шәкәр һибеп, бутарға. Тағы ла 15 минут бешергәс, йоғошһоҙландырылған банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.

Еда
6,93 млн интересуются