Найти в Дзене
Йондоҙнамә (20–26 октябрь) Ылаҡ (22.12 – 20.01) Ҡайһы бер өмөтлө фекерҙәрегеҙҙән әлегә баш тартырға тура килер. Уңайлы мәл килгәнен көтөгөҙ. Шишәмбеләге һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Аҙна аҙағында бер юлы нисәлер етди эш менән булырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Көндәр ауырыраҡ килергә оҡшай. Шаршамбылағы ашығыс аҙымдарығыҙ хата булыуы ихтимал. Уларҙы төҙәтеү күп ваҡыт талап итер. Эшләп йөрөгәндәрҙең етәксенән шелтә алыуы ла мөмкин. Балыҡ (20.02 – 20.03) Һиҙгерлелек һәм алдан күрә белеү һәләтегеҙ мотлаҡ артыр. Элек күрмәгәнгә иғтибар бирерһегеҙ, элек төшөнмәгәнде асыҡ аңлай башларһығыҙ һымаҡ. Йомаға ҡаршы күргән төшөгөҙҙө ыңғайға юрағыҙ. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Аҙна башында ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисереүегеҙ бар. Күңелегеҙ етди үҙгәрештәр көҫәр. Күптән көткән ваҡиғалар һаман да оҙаҡҡа һуҙыла кеүек. Шулай ҙа башлаған эштәрегеҙҙе аҙағына еткерерһегеҙ. Буға (21.04 – 21.05) Үҙегеҙҙе ыңғай яҡтан күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр осрап торор. Күптәр был арала яңы фекерҙәштәр табыр. Был арала йондоҙҙар бигерәк тә ижади кешеләргә ярҙам итеп торор. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Ҡәҙимге осор шишәмбе һәм шәмбелә һиҙелерлек уңыштар булыр. Шаршамбыла ғәҙеллекте яҡлап, кәрәкмәгән бәхәскә инерһегеҙ. Уның һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙаһы теймәҫ. Ҡыҫала (22.06 –23.07) Күтәренке кәйеф менән эш итерһегеҙ. Шаршамбыла ашыҡмаҫҡа, башта мәсьәләне бар яҡтан тикшерергә ҡушыла. Тәүге фекерҙәрегеҙҙең хаталы булыуы ла мөмкин. Кесе йомала тамамланмай ҡалған эшегеҙ үҙе хаҡында һиҙҙерер. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Ошо арала шәхси тормошоғоҙҙағы хәл йыш борсолорға мәжбүр итер. Был, әлбиттә, эштәрегеҙгә кире йоғонто яһар. Күпселектә үҙаллы хәл итерһегеҙ. Кеше ярҙамына өмөт итмәүегеҙ хәйерле. Матди яҡтан ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Был арала һеҙҙән үтә иғтибарлы булыу талап ителә. Шишәмбелә бәләкәй генә хаталарығыҙ юғалтыуҙарға килтерер. Яҡындарығыҙ ҡәҙимгенән күберәк мәшәҡәтләр, түҙемлерәк булығыҙ. Үлсәү (24.09 – 23.10) Көндәр һәйбәт килер. Ҡағыҙҙар менән бәйле эштәрегеҙ бигерәк тә яҡшы барыр. Шаршамбыла тура һүҙле булыуығыҙҙың кемгәлер оҡшамауы ла ихтимал. Шулай ҙа кемдең кем икәнен аңларға ярҙам итер. Саян (24.10 – 22.11) Осор һеҙ уйлағанса башланмаҫ. Борсолоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Ҡайсаҡ ниндәй эшкә тотонорға ла белмәҫһегеҙ. Оҙаҡламай дөйөм хәлдәрегеҙ ыңғайға үҙгәрер. Кесе йомалағы уңайлы мөмкинлектәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Уҡсы (23.11 – 21.12) Был арала ҡайһы бер һәләтегеҙ тулыраҡ асылыр, моғайын. Ләкин арыуығыҙҙы ла һиҙерһегеҙ кеүек. Иңегеҙгә артыҡ йөкләмәләр алмауығыҙ дөрөҫ булыр. Кесе йомала һәм йомала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булыр. ӨМӨТБАЙ.
2 месяца назад
Йондоҙнамә (6 – 12 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Дөйөм хәлегеҙ шыма ғына булмаҫ. Аҡса менән бәйле мәсьәләләр бигерәк тә иғтибар талап итер. Яңылыш аҙым­дарығыҙҙың юғалтыуҙарға килтереүе мөмкин. Бурысҡа инеү, кредит алыу ҡәтғи тыйыла. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Элек хәл ителмәгән мәсьәләләргә яңынан ҡайтырһығыҙ кеүек. Үҙегеҙ уларҙы ҡуҙғатмаһағыҙ ҙа, башҡалар иҫегеҙгә төшөрөр. Бәғзеләрҙән кире һүҙҙәр ҙә ишетеүегеҙ ихтимал. Яңы таныштарығыҙ менән һаҡ булығыҙ.  Балыҡ (20.02 – 20.03) Аҙна башында әүҙемлек күрһәтерһегеҙ, бәлки...
2 месяца назад
ЙОНДОҘНАМӘ (29 сентябрь – 5 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Аҙнаның бер аҙ ауырыраҡ башланып китеүе ихтимал. Яҡындарығыҙ күберәк ләстит менән булышыр, уларҙың хәбәренән бер ниндәй ҙә фәтүә булмаҫ. Үҙ көсөгөҙгә таянһағыҙ, үҙаллы күберәк булдырырһығыҙ. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Был арала һәләттәрегеҙ тулыһынса асылырға тейеш. Уңайлы мәл менән файҙаланып ҡалығыҙ, сөнки бындай уңышлы осорҙо тағы бик оҙаҡ көтөргә тура килер. Бик тиҙ арала бәғзеләр һис тә уйламаған дәрәжәгә етер, кемдер бөтөнләй юҡҡа сығыр. Балыҡ (20.02 – 20.03) Көндәр ҡыйыныраҡ килер һымаҡ...
3 месяца назад
ЙОНДОҘНАМӘ (22 – 28 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01) Был арала әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Тик ҡай саҡ көсөгөҙҙө дөрөҫ баһаламауығыҙ ҙа ихтимал. Бәғзеләр хатта бер юлы бер нисә эшкә тотонор. Шуға күрә аҙна йомғаҡтары уйлағандан күпкә кәмерәк булыуы бар. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Йондоҙҙар сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға ҡуша. Шишәмбелә аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәгә түгеүегеҙ мөмкин. Кесе йомала төрлө бәхәстән ары тороғоҙ. Унда ҡатнашыу һеҙгә файҙа бирмәҫ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Төп эшегеҙҙә кире хәлдәргә осрарһығыҙ һымаҡ...
3 месяца назад
📌Дрондарға ҡаршы система яҡшы эшләй ⚡️Бөгөн Украина ҡораллы көстәренең Башҡортостандың сәнәғәт предприятиеларына сираттағы һөжүме кисектерелде – “Газпром нефтихим Салауат”ҡа йүнәлтелгән ике пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлдө. ❗️Дрондарға ҡаршы система ваҡытында һәм теүәл эшләгән. Иң мөһиме, граждандарҙан береһе лә зыян күрмәгән, объекттарға ла ҡаты теймәгән. 💯Был система предприятиеларҙа актив һәм пассив һаҡлау сараларынан тора: ✅мөһим объекттар тирәләй махсус һаҡлау ҡоролмалары; ✅Рәсәй оборона министрлығы менән берлектә эшләнгән һауа хәүефе тураһында хәбәр итеү механизмы; ✅урындарҙа дрондарҙы юҡ итеүсе махсус командалар эшләй. 💥Әйткәндәй, ваҡ пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәшеү еңел түгел, бының өсөн мәргәнлек кәрәк. Әммә беҙҙең подразделениелар үҙ эшен яҡшы башҡара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барыһын да шәхси контролгә алған. Дошмандар илебеҙ тылына мәкерле һөжүм итеп, халыҡты ҡурҡытырға һәм ғауға ҡуптарырға маташыуы көн кеүек асыҡ. Бындай мәлдә тыныслыҡ һаҡлау мөһим. @
3 месяца назад
"Самауырлы ритайым"ға бар, "Йәшлек"кә яҙыл һәм бүләк алып ҡайт!
3 месяца назад
Ендәр беҙҙең арала
Хәҙисә өләсәйем  ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалыуы тураһында һөйләгәйне. Түбәндәге хәл дә уның менән булған. Бер мәл өләсәйем Иҙел буйына муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтөнә хәл йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Шул ваҡыт йоҡо аралаш үҙен ниндәйҙер тауыштың өҫтө- нән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә йыбанған, арыуы ла үҙенекен иткәндер инде. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа салышайған, һөйләшергә теле әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән был...
3 месяца назад
Йондоҙнамә (16 – 22 сентябрь) *** Ылаҡ (22.12 – 20.01) Күптәр был арала ниндәйҙер бик өмөтлө күренгән эш менән мауығыр. Ахырҙа уңышҡа өлгәшә алыр­һығыҙ, ләкин ҡыйын­лыҡтар уйлағандан күберәк булыр, мо­ғайын. Кесе йомала уйламаған осрашыу булыуы ихтимал. Һыуғояр (21.01 – 19.02) Аҙнаның йомғаҡтары маҡтанырлыҡ бул­маҫ. Буш һөйләшеүҙәр күбәйер. Яҡшы таныш кешеләр менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Шаршамбыла күп ваҡыты­ғыҙҙы бө­төнләй кәрәк булмаған эш менән уҙғарырһығыҙ. Балыҡ (20.02 – 20.03) Был арала түҙемле булыуығыҙ мөһим. Һеҙҙең тирәләге хәлдәр уйлағандан күпкә яйыраҡ барғандай тойолор. Ҡайһы бер эшегеҙҙе кисектереп торорға ла тура килер. Эш сәфәренә сыҡҡанда ҡыйынлыҡтарға осрар­һығыҙ. Ҡуҙы (21.03 – 20.04) Көндәр һәйбәт килер. Шулай ҙа эш­тәрегеҙ күпселектә ауырлыҡ менән барыр. Шаршамбыла башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр ты­уыр. Яҡындағылар уларға ҡарата ыңғай ҡарашын белдерер. Буға (21.04 – 21.05) Дүшәмбенән үк иң ҡатмарлы һәм ҙур эштәргә тотонорға кәңәш ителә. Бер аҙ ныҡышмаллыҡ күрһәтһәгеҙ, барыһын да булдырырһығыҙ. Йомала һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ. Игеҙәктәр (22.05 – 21.06) Был көндәрҙәге аралашыу файҙалы бул­маҡсы. Бәғзеләр элекке мөнәсә­бәт­тәрҙе яңыртыр. Кесе йомала хәлдәрҙең уйламаған йүнәлештән китеүе бар. Өҫ­тәмә мәшә­ҡәттәргә ҡарамаҫтан, бары­һына ла өл­гөрөрһөгөҙ. Ҡыҫала (22.06 – 23.07) Аҙна яҡшы үтер. Эшегеҙҙе лә баш­ҡарыр­һығыҙ, башҡаларға ла ярҙам итер­һегеҙ. Бәғзеләр был арала ышаныслы фекерҙәш табыр. Алған аҡсағыҙ бик тиҙ бөтөр кеүек. Арыҫлан (24.07 – 23.08) Ниндәйҙер ыңғай үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Был йәһәттән шаршамбы айырылып торор. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ, ул һеҙгә дөрөҫ юлды күрһәтер. Элек башҡарған эшегеҙ өсөн аҡса алыуығыҙ ихтимал. Ҡыҙ (24.08 – 23.09) Еңел уңыштарға өмөт итмәгеҙ. Яҡшы таныш эштәрегеҙ ҙә ауырлыҡ менән барыр. Күптән онотолған мәсьәләләргә яңынан тотонор­һоғоҙ. Кеше кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға ҡушыла. Үлсәү (24.09 – 23.10) Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуып торор. Шулай ҙа уларҙы әлегә башҡалар менән уртаҡлашырға ашыҡмағыҙ. Бының өсөн ваҡыт булыр әле. Был арала йорт-хужалыҡ эштәре һиҙелерлек сығымдар талап итер. Саян (24.10 – 22.11) Һеҙҙе уңышлы осор көтә. Шишәмбелә нин­дәйҙер элек хәлегеҙҙән килмәгән мә­сьәләне сисерһегеҙ. Бында яңы та­ныш­тарығыҙ ҙа булышлыҡ итер, бәлки. Кесе йомала бәғзеләргә етди аҙым яһарға кәрәк булыр. Уҡсы (23.11 – 21.12) Был арала ҡаршылыҡтар күбәйер. Әгәр уларҙан ҡурҡмаһағыҙ, шаршамбы һәм йомала тос уңыштарға өлгәшерһегеҙ. Рәсми ойошмалар менән бәйле мә­сьәлә­ләрегеҙ тағы ла туҡтап ҡалыр кеүек.
1 год назад
Главные поручения Радия Хабирова своей управленческой команде до 2030 года: 📌Увеличить продолжительность жизни до 78 лет 📌Довести объем валового регионального продукта до 3,5, а в идеале 4 трлн. рублей, ежегодный рост промышленности не менее чем на 5%, объем инвестиций до 1,25 трлн.рублей. 📌Обеспечить ежегодный объем ввода жилья до 4 млн. кв. метров. 📌Завершить программу модернизации первичного звена здравоохранения. К 2030 году не должно остаться ни одного ветхого и аварийного фельдшерско-акушерского пункта. 📌Увеличить долю соответствующих нормативу автомобильных дорог федерального значения не менее чем до 85%, а регионального и межмуниципального – не менее чем до 60%; 📌Приступить к проектированию и началу строительства железнодорожной ветки Сибай – Подольск – Новорудная 📌Завершить реконструкцию трассы Р-240 на обходе Стерлитамака, 📌Завершить проект «Южные ворота» и приступить к строительству Южного обхода с мостом через Белую в микрорайоне «Кузнецовский Затон» 📌Начать строительство вторых железнодорожных путей на участке Дема – Иглино 📌В рамках проекта «Восточный выезд» соединить тоннель через улицу Галле с трассой М7. 📌Ежегодно увеличивать Фонд фонящих дорог на миллиард рублей, чтобы в 2030 году в нем было 9,5 млрд. рублей (сейчас 4,5 млрд) 📌Завершить реконструкцию Госцирка, приступить к строительству Дома науки и культуры 📌Укреплять спортивную базу:строить легкоатлетический манеж, Центр прогресса бокса и Академию тенниса. Необходимо продолжить строительство ФОКов, бассейнов и ледовых дворцов 📌Принять участие в федеральных программах капитального ремонта детских садов, общежитий, продолжить программу ремонта и оснащения колледжей. 📌Проработать меры чтобы участники СВО были задействованы в органах государственной и муниципальной власти, брали на себя управление муниципалитетами и республикой.
1 год назад
Радий Хабиров читает текст присяги: «Клянусь при осуществлении полномочий Главы Республики Башкортостан верно служить многонациональному народу Республики Башкортостан, укреплять и защищать государственность Республики Башкортостан, соблюдать Конституцию Российской Федерации и Конституцию Республики Башкортостан, гарантировать права и свободы человека и гражданина». С этого момента он официально вступил в полномочия.
1 год назад
В Башкортостане 6, 7 и 8 сентября разыгрываются ценные призы в рамках традиционной акции «Рахмат-2024»! В рамках республиканской акции «Рахмат-2024» все жители, пришедшие на избирательные участки в дни голосования 6, 7 и 8 сентября, смогут получить QR-билеты для участия в розыгрыше призов. Каждому члену семьи, включая детей, будет выдан QR-билет, который необходимо зарегистрировать уникальный код из 8 символов на сайте рахматрахмат102.рфовой фонд акции впечатляет: участники смогут выиграть более 330 ценных призов. В этом списке: квадроциклы, мотоцикл, водный мотоцикл, велосипеды, электросамокаты, а также бытовая и офисная техника – телевизоры, ноутбуки, планшеты, телефоны и пылесосы-роботы. Этой осенью розыгрыш ценных призов будет проводиться дважды в день. Время розыгрышей: 6 сентября в 14:00 ч. и 20:00 ч., 7 сентября в 14:00 ч. и 20:00 ч., 8 сентября в 14:00 ч. В воскресенье, 8 сентября, впервые пройдёт «Ночь призов», где разыграют сразу более 130 призов. Результаты каждого розыгрыша будут опубликованы на сайте рахмат102.рфрахмат102.рфвления победителей волонтеры проекта свяжутся с ними по телефону. Обратите внимание, что QR-билеты необходимо сохранять до 30 сентября, чтобы не потерять своё право на получение приза. 13 сентября все зарегистрированные билеты также примут участие в розыгрыше суперпризов «Зур Рахмат», который пройдет в прямом эфире Башкирского спутникового телевидения. Среди призов – машины, путешествие для всей семьи в Сочи и путевки в санатории и дома отдыха Башкортостана.
1 год назад
Өфөлә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 тулыуға арналған «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсы финалы үтте
27 августа Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан тантаналы сарала ҡатнашты. Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ағзалары ҡатнашлығында төбәк етәксеһе легендар комдив һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2022 йылдың 11 октябрендә асылған скульптур композиция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына һәм Тыуған ил өсөн башын һалған ватандаштарыбыҙға арналған. Башҡортостан Башлығы...
1 год назад