Уны бешереү өсөн кәрәк: - 4 йомортҡа - 0,5 кг юғары сорлы он - 0,5 сәй ҡалағы тоҙ + 100 гр туң май. - 1л көнбағыш майы - аҙыҡ-түлек буяуы (пищевая краска) Сироп өсөн кәрәк: - 3 стакан шәкәр -1 стакан һыу - 4-5 балғалаҡ бал Эш барышы:йомортҡаларҙы һытып туҡыйбыҙ, тоҙ һәм он һалып уртаса тығыҙлыҡта ҡамыр баҫабыҙ. 15-20 минут ял итергә ултыртып ҡуйығыҙ. Ҡамырҙы туҡмасҡа йәйгән кеүек йәйегеҙ, уларҙы ҡырҡып, таяҡтарға (вилкаға ла мөмкин) уратып, ҡыҙып ултырған майҙа бешерәбеҙ. Килеп сыҡҡан рауза сәскәләрен сироп менән баллап матур һауытҡа теҙеп сығабыҙ. Төҫлө ҡамыр яһар өсөн йомортҡаны туҡығанда теләгән төҫтәге буяу (пищевая краска) ҡушығыҙ, аҙаҡ ҡына он ҡушып, ҡамыр йәйергә кәрәк. Сәйегеҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, байрамдарығыҙ күңелле үтһен! Фото һәм сығанаҡ: “1001 мең кәңәш” төркөмөнән.