Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ике аҙна икмәк ашамаһаң...

Икмәктә һаулығығыҙға һәм кәйефегеҙгә кире йоғонто яһарҙай ҡайһы бер ингредиенттар бар, тип иҫәпләй диетолог Василиса Пономарева. Белгес әйтеүенсә, икмәк аш һеңдереү юлында ярһыуға һәм шешеүгә, шулай уҡ газдар йыйылыуға килтерә. Бынан тыш, икмәк цинк, тимер йәки кальций кеүек файҙалы минералдарҙы үҙләштереүҙе сикләргә һәләтле. Икмәктән ике аҙна баш тартҡандан һуң дефицит тыуҙырған бөтә билдәләр төҙәтелә. Башығыҙ үҙен яҡшыраҡ тойор, мейе томаны кеүек күренеш кәмейәсәк, хәтерегеҙ яҡшырасаҡ. Бәхет гормоны – эсәктә етештерелгән серотонин артасаҡ. Кәйефегеҙ яҡшырыр, борсолоуҙар, депрессив кәйефтәрегеҙ кәмер. Икмәк-булка изделиеларынан баш тартҡанда холестерин күрһәткестәре яҡшырасаҡ, тип ышандыра белгес. Ҡан тамырҙарында окисланыу кәмей, организм атеросклерозға сәбәпсе булған бөтә нәмәгә һөҙөмтәле ҡаршы тора башлай. Е һәм В төркөмө витаминдарын күберәк аласаҡһығыҙ. Һәм, әлбиттә, икмәктән баш тартыу тән ауырлығы кәмеүгә килтергәнен дә онотмайыҡ! Автор фотоһы.

Еда
6,93 млн интересуются