Бының өсөн 5-7 картуф, ике йомортҡа ағы, тәменә ҡарап тоҙ, татлы паприка, ҡара борос кәрәк. Картуфты йыуып, 1 см ҡалынлығындағы таяҡсалар кеүек турайбыҙ. Йомортҡа ағын күбекләнгәнсе туҡыйбыҙ. Тоҙ, паприка, ҡара боросто һалып яҡшылап болғатабыҙ. Картуфты тәрән һауытҡа һалып, тоҙло-боросло йомортҡа ағын ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Духовканы 200-220 градусҡа тиклем эҫетәбеҙ. Противендең эсенә пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Картуфты теҙеп һалып сығабыҙ. 7-10 минуттан аҫтындағы ҡағыҙҙы алып, алтын төҫкә ингәнсе бешерәбеҙ. Килеп сыҡҡан тәмле һәм сифатлы "фри"ны йәнегеҙ теләгән соустар менән ашарға мөмкин. Фото: nur.kz