Һәр саҡ магазин кәштәләренән һатып алып ҡына ашамайыҡ әле сырҙы. Өй шарттарында үҙегеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ. Һөткә ике ҡалаҡ тоҙ һалып утҡа ултыртабыҙ һәм 200 грамм ҡаймаҡҡа алты йомортҡа ҡушып ныҡлап туҡырға ла, һөткә ҡушып болғатырға. Һөт яйлап эремсекләнә, һыуы бүленеп сыға башлай. Сыр ҡаҙан төбөнә йәбешмәһен өсөн һәр ваҡыт булғап торорға кәрәк. Дуршлагҡа ҡат-ҡат итеп марля йәйеп, ҡайнап сыҡҡан сырҙы һалырға. Һыуы һарҡып бөткәс, ҡаплап, өҫтөнә һыу менән тулы өс литрлы банканы ултыртып ҡуйырға. Биш сәғәттән сыр әҙер. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. Ҡаймаҡ урынына кефир алырға ла була. Тағы ла сыр ҡайнаған саҡта йәшел йәки киптерелгән тәмләткестәр өҫтәп, уны үҙенсәлекле тәм менән эшләргә була. Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр".