Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әлморон төнәтмәһе файҙалы!

Дауалау өсөн гөлйемештең, нигеҙҙә, емеше ҡулланыла. Емешендә төрлө биологик актив матдәләр бар, ул С витаминына бай. Гөлйемеште ҡулланыу ҡышҡы һәм яҙғы айҙарҙа айырыуса файҙалы. Сөнки ошо ваҡытта организм витаминдарға, бигерәк тә С витаминына, ныҡ мохтаж. Гөлйемеш төнәтмәһен (йә ҡайнатмаһын) кешенең ағза-туҡымалары ҡанаусан булғанда (кровоточивость), геморрой менән сирләгәндә, тын алыу юлдары шешкәндә (бронхит, трахеит һ. б.), атеросклероз, үпкә туберкулезы, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда, дөйөм шешенгәндә, һаулыҡ физик һәм психик яҡтан ҡаҡшағанда, йөклө һәм имеҙгән әсәләргә ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 4 ҡалаҡ киптереп ваҡланған емеште 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш бер тәүлек тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 2 тапҡыр 1/2-1 стакан эсергә. Гөлйемеш үҫемлегенең япрағы һәм тамыры ла шифалы. Гөлйемеш япрағын (кипкәне лә ярай) эҫе һыуҙа йомшартып, экзема кеүек тире ауырыуы сабыртмаһына ҡаплап, 1-2 сәғәткә бәйләп һалырға кәңәш ителә. Төнәтмә яһап, был ауырыуҙарҙан сылатҡыс, ванна яһарға ла мөмкин. Төнәтмәне әҙерләү: 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк. Халыҡ медицинаһында гөлйемеш тамырынан әҙерләнгән төнәтмәне һейҙек ҡыуығы һәм бөйөр ташынан ҡотолоу өсөн эсергә кәңәш ителә. Фото:gastronom.ru

Еда
6,93 млн интересуются