Ҡамыр өсөн:- йомортҡа - 1 шт- йомшаҡ аҡ май - 50 г- ҡаймаҡ - 100 г- бысаҡ осонда тоҙ- разрыхлитель - 1 сәй ҡалағы- он - 200 г.Эслек өсөн:- дөгө -1 стакан- кипкән емеш (йөҙөм, курага, чернослив) - услап- ҡыҙыл эремсек - 250-300 г- шәкәр - теләк буйынса- аҡ май - 90 г- 3-4 йомортҡа (һалмаҫҡа ла була)Ҡамыр баҫырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.Дөгөнө тоҙло һыуҙа бешерергә, емештәрҙе йыуырға, бер аҙ ебетергә.Ҡамырҙы ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүлергә, ҙурын йәйеп ситтәре һәленеп торорлоҡ итеп майлы табаға һалырға,Берернсе рәт — ҡыҙыл эремсек, икенсеһе — дөгө (бер-ике ҡалаҡ шәкәр һибергә була), өсөнсө рәт — кипкән емештәр. Иң өҫтән май киҫәктәре һалып сығырға. Теләге булған кешегә дүртенсе рәткә бешерелгән йомортҡа турап һалырға мөмкин.Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйергә һәм эслекте ҡапларға. Өҫтөнән валсыҡ (май+он+шәкәр) яһап һибергә. Духовкала 180’С-та 40 минут бешерергә. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото:balthazar.club һәм aroma-avenue.ru