21 – 27 августа Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашҡаҙан-эсәк юлдары сирҙәрен иҫкәртеү буйынса аҙналыҡ үткәрә. Был дөрөҫ туҡланыуҙы аңлата. Өфөләге 2-се балалар поликлиникаһы табибы, гастроэнтеролог Гүзәл Ахунова күп тәм-том ашауҙың һәм углеводтарҙың зыяны тураһында һөйләне. Гүзәл Хәлит ҡыҙы һүҙҙәренә ҡарағанда, баланың төшкөһөн яҡшы туҡланыуы мөһим. Ул Өфө мәктәптәрендә йыш ҡына медицина тикшереүе үткәрә һәм, әлбиттә, ашханалағы аҙыҡ-түлекте лә ҡарай. Табип күҙәтеүенсә. Өфөләге барлыҡ мәктәптәр ҙә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарамай. Йыш ҡына аҙыҡ тәмле булмай һәм һыуынған була. - Рационда мотлаҡ ит, һөт-аҙыҡтары һәм клетчатка булырға тейеш. Булка, бургер, пицца, бәлеш кеүек тәм-том, тиҙ углеводтар мөмкин тиклем кәмеһен. Улапрҙы тулыһынса рациондан алыу тураһында әйтмәйем. Һәм, әлбиттә, һәр ашағандан һуң десерт кәрәкмәй. Дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәре ғаиләлә һалына, - ти Гүзәл Хәлит ҡыҙы. Йыш ҡына табипҡа гастрит, үт ҡыуығында дискинезия, таш диагноздары менән киләләр. Хатта ете-һигеҙ йәшлектәрҙә лә улар теркәлә. Проблема – туҡланыуҙа. Мәҫәлән, уҡыусы өйҙә ашамай ҙа ыңғай уҡырға бара. Юл ыңғайы чипсы, газировка, һут йәки бәлеш һатып ала. Улар - углеводтар һәм трасмайҙар. Был – һимереү сығанағы. Тағы аҙ хәрәкәтләнеү, телефонда ултырыу балаларға йоғонто яһай. Шуға күрә дөрөҫ туҡланыуға мотивация булырға тейеш. Фото, сығанаҡ: mgazeta.com