Найти тему
Башҡортостан гәзите

Телде йоторлоҡ соус килеп сыға!

Баҡсала помидорҙар күпләп бешә башлаған мәл. Шуға ла бик тәмле соус рецебы тәҡдим итәбеҙ. Соус өсөн 6 килограмм ҡыҙарып бешкән помидор, 1,5 кг алма, 300 грамм һуған, 2 стакан шәкәр (миҡдарын аҙыраҡ алырға ла була), 3 аш ҡалағы тоҙ, 3 аш ҡалағы 9 процентлы уксус, 1,5 балғалаҡ төйөлгән корица, 1 аш ҡалағы төйөлгән ҡара борос кәрәк буласаҡ. Помидорҙарҙы, алманы, һуғанды яҡшылап йыуып турайбыҙ һәм сәғәт ярым быҡтырабыҙ. Бешкән массаны блендер менән иҙәбеҙ (теләүселәр иләк аша һөҙә ала). Артабан төрлө тәмләткестәр өҫтәп, тағы 1 сәғәт бешереп алабыҙ. Ҡуйырыуына ҡарап, ваҡытты ҡыҫҡартырға ла була. Көйөп китмәһен өсөн болғатып торабыҙ. Артабан әҙер соусты стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ. 750 грамлыҡ 8 банка сығырға тейеш. Бик шәп соус, мотлаҡ эшләп ҡарағыҙ! Автор фотоһы.

Еда
6,93 млн интересуются