Ҡуҙғалаҡтың әле иң татлы һәм күп сағы. Унан бәлеш эшләгәндә, тәмле еҫтәре танауҙарҙы ҡытыҡлар, ә үҙе телеңде йоторлоҡ булыр. Әйҙәгеҙ, уңған хужабикәләр эшкә тотонайыҡ. Ҡамыр өсөн ике стакан он, ярты стакан шәкәр, 100 грамм аҡ май, бер стакан ҡаймаҡ, бер балғалаҡ ҡамыр күперткес алабыҙ. Эслеккә иһә 250 грамм ҡуҙғалаҡ, ярты стакан шәкәр, 2-3 япраҡ бөтнөк, ике балғалаҡ крахмал кәрәк. Тәүҙә шәкәрҙе май менән бергә ыуабыҙ. Ҡаймаҡ, күперткес ҡушып ҡамыр баҫабыҙ ҙа 20 минутҡа ҡалдырабыҙ. Эслеккә тотонабыҙ. Ҡуҙғалаҡты ваҡлап турайбыҙ. Бөтнөк, шәкәр, крахмал ҡушып бергә болғатабыҙ. Шунан ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп, йәймәләр йәйәбеҙ. Ҙурыраҡ өлөшөнә эслек һалабыҙ. Бәләкәсерәге менән ҡаплайбыҙ ҙа эргә-тирәһен йәбештерәбеҙ. Бәлештең өҫтөнә һөт менән йомортҡаны бергә бутап һөртәбеҙ. Мейесте 200 градусҡа тиклем эҫетеп, 40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото: page365.ru