Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кишер менән манныйҙан тел йоторлоҡ бәлеш

Уның өсөн ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән 2 стакан кишер, берәр стакан он, манный ярмаһы, шәкәр, кефир (йогурт), ике йомортҡа, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, бер ҡап ваниль, уксуста һүндерелгән бер балғалаҡ сода йәки ҡамыр ҡабартҡыс кәрәк.Кефирға ярманы һалып болғатып, ярты сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Кишерҙе ҡырғандан һуң һутын һығып алабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туҡығандан һуң, ваниль, уға иретелгән маргарин ҡушабыҙ. Соданы аш һеркәһе менән һүндергәндән һуң, шулай уҡ иләнгән он һәм ҡырылған кишерҙе һалып болғатабыҙ. Ҡамырға йөҙөм менән күрәгә өҫтәһәң дә ярай. Майланған табаға һалып, 190-200 градус эҫелектә бешерәбеҙ. 40-45 минутта тел йоторлоҡ бәлеш килеп сыға. Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Еда
6,93 млн интересуются