Ураҙа тотоу еңел түгел. Бындай мәлдә эргәңдәге кешеләрҙең яҡшы һүҙҙәр менән ҡеүәтләп тороуы ла мөһим. Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, ураҙа ваҡытында берәүгә лә һеҙҙе ҡоторторға, көйҙөрөргә мөмкинлек бирмәҫкә кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Кемдер уға һөжүм итһә йә мыҫҡыллап маташһа, ул: “Мин ураҙала!” тип әйтһен”, – тигән (әл-Бохариҙың хәҙистәр йыйынтығынан). Бының асылы: үҙеңә лә, башҡаларға ла изге ай тураһында иҫләтеү йәки иҫкәртеү. Ғөмүмән, үҙеңде ҡулда тота белеү, тыныс булыу – һәр кеше өсөн ифрат мөһим, күркәм сифат. Иртәгәгә, 13 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ уҡыу ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru