Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тиҙ генә "пончик"тар бешереп алайыҡ

Пончикарҙы гел генә ошо рецепт менән ҡулланып эшләргә мөмкин. Ябай ҙа, тәмле лә. Кәрәк була: 0,5 л йылы һыу;сүпрә;5 аш ҡалағы әсегән һөт;1 йомортҡа;5 аш ҡалағы көнбағыш майы;3 аш ҡалағы шәкәр;2 аш ҡалағы майонез;ондо, тоҙҙо баҫҡанда самалайһығыҙ, ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.Сүпрәне йылы һыуға һалып, бер аҙ ултыртып торабыҙ, шунан башҡа ингридиентарҙы һалып уртаса ҡатылыҡта ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡансы йылы урынға ултыртып ҡуябыҙ.Ҡамырҙы киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ, үҙегеҙгә ниндәй формала кәрәк шулай эшләп бешерәһегеҙ. Пончиктарҙың өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә. Өҫтөн төрлөсә, үҙегеҙ теләгәнсә биҙәргә була, шоколадты иретеп һалһаң да ныҡ тәмле килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Фото һәм сығанаҡ: "Уңғанбикәләр" төркөмөнән.

Еда
6,93 млн интересуются