Яңы йыл өҫтәлен нисек төрләндерергә белмәй баш ватаһығыҙмы? Элекке салаттар ялҡытып китһә, ошо ҡабымлыҡты яһап ҡуйығыҙ. Бының өсөн беҙгә икешәр бәрәңге, кишер, бер ҡыҙыл сөгөлдөр, тоҙло балыҡ филеһы һәм самалап тоҙ, майонез кәрәк буласаҡ. Йәшелсәләрҙе йыуып, бешереп алабыҙ, һыуынғас әрсеп ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Барыһын бергә ҡушып, майонез өҫтәп болғатабыҙ. Артабан килеп сыҡҡан массанан, эсенә кубиклап туралған балыҡ һалып, шарҙар әүәләйбеҙ. Шарҙарыбыҙҙы табынға матур һауыттарға теҙеп, черри помидоры, ҡыяр йә башҡа йәшелсәләр менән биҙәп бирәбеҙ. Байрамдарығыҙ күңелле үтһен, дуҫтар! Фото: pixabay.com