Был турала Ҡаҙағстандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Даурен Абаев етәкселегендәге Ҡаҙағстан Республикаһы делегацияһының эш сәфәре барышында билдәле булды. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһында үткән кәңәшмә барышында ҡунаҡтарҙы ”Алға” махсус иҡтисади зонаһы менән дә таныштырҙылар. Иҡтисади зонаның идара итеүсе компанияһы етәксеһе Артем Пензин резидентлыҡтың өҫтөнлөктәре һәм Ҡаҙағстан инвесторҙары менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе тураһында һөйләне. Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов тә коллегалары менән артабан хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен билдәләне. – ”Алға” махсус иҡтисади зонаһында резиденттар үҙҙәренең проекттарын быға тиклем булмаған һалым һәм таможня льготалары шарттарында тормошҡа ашыра, шулай уҡ улар үҫешкән инфраструктураға һәм кәрәкле инженер коммуникацияларына эйә. Ә уңайлы географик урынлашыуы логистик һәм транспорт сығымдарын оптималләштереү мөмкинлеген бирә. Ошондай осрашыуҙарҙа Ҡаҙағстандың эшҡыуарҙар берләшмәһе вәкилдәре республикабыҙҙың инвестиция потенциалы һәм бизнесты үҫтереү өсөн иң популяр йүнәлештәр тураһында беләсәк, – тине Наил Ғәббәсов. Фото: pravitelstvorb.ru