Көҙгө йонсоу көндәрҙә туҡланыу рационында төрлө файҙалы аҙыҡ-түлек булырға тейеш. Ҡайһы берҙәре аш эшкәртеү-һеңдереүгә генә түгел, кәйефте күтрергә, көс тупларға ла ярҙам итә. Ҡабаҡ. Унда күп файҙалы матдәләр тупланған: цинк, тимер, төрлө витаминдар һәм пектин. Бешерелгәне файҙалыраҡ, ти табиптар. Уға кориандр, дәрсен һәм борос тәмләткестәрен яраштырып ҡулланырға була. Татлы борос. Көҙ уны күберәк ҡулланып ҡалырға тырышығыҙ. Унда Е, С, А витаминдары күп, антиоксиданттар бар. 100 грамм ҡулланғанда ла, организмға көндәлек С витамины нормаһын тулалындыра. Боросто сей килеш тә, бешереп тә ашарға мөмкин. Емеш-еләктән тәүге рәттә слива тора. Уның составында кальций, фосфор, магний, С витамины бар. Аш һеңдереү өсөн дә һөҙөмтәле. Һау кешегә көнөнә өс-дүрт слива ашау ҙа етә. Икенсе емеш – һырғанаҡ. Унда тимер, магний, калий, төрлө витаминдар һәм аминокислоталар бар. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн дә яҡшы. Сәләмәт булайыҡ! Фото: recepty.7dach.ru