Мул уңыш осоро етте. Баҡсала йәшелсә, емеш-еләк өлгөрә. Уларҙың барыһын да әлеге килеш ҡышҡылыҡҡа һаҡлау мөмкин түгел. Ә бына уларҙы консервалаған хәлдә, һалҡын ҡыш көнөндә йәмле йәйҙе ҡайтарып була.
Бөгөн һеҙҙе борщ яһарға өйрәтмәксебеҙ. Бының өсөн өс килограмм сөгөлдөр, берәр килограмм кишер, башлы һуған, татлы борос, помидор, бер стакан шәкәр ҡомо, өс аш ҡалағы тоҙ, бер стакан үҫемлек майы, 125 миллилитр туғыҙ процентлы аш һеркәһе кәрәк. Һанап үтелгән аҙыҡ-түлектән яҡынса 12 ярты литрлыҡ тәмлекәс сыға.
Тотош сайтта уҡығыҙ: https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/t-mle-borshch-ya-ar-a-yr-n-yek-/