Ҡорот – халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе. Бөгөн уны ҡулланмаған һәм ашамаған кеше юҡтыр, хатта башҡа миләт кешеләре лә ҡоротто һатып ала.Ҡорот аҡһымдарға бай, унда углеводтар, ферменттар, микроэлементтар, витаминдар бар. Ул бик калориялы аҙыҡ, 100 грамм ҡоротта 260 ккал иҫәпләнә.Ҡороттоң файҙаһы, дауаһы иҫ китмәле. Юҡҡа ғына ҡоротто күптәр “башҡорт фесталы” тип тә йөрөтмәйҙәр. Сөнки ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, С витаминына һәм башҡа файҙалы мәтдәләргә бай. Һыуыҡ тейгәндә, юғары температура менән ауырығанда ҡоротто иҙеп, аҡ йәки һары май, борос ҡушып, ҡайнар һыу һалып эсһәң, шунда уҡ тирләтеп «һыуыҡты ҡыуып сығыра». Кипкән ҡоротто бала-сағаның ауыҙ эсе боҙолғанда имергә бирәләр. Ул ҡутыр кеүек яраларҙы ла тиҙ дауалай. Ә яңы тыуған баланың кендеге уңалмай йонсоһа, шыйыҡ ҡоротто һөртөргә кәңәш иткәндәр.Һимеҙ итте күпләп ашаған, һөҙлөклө һурпа эскән башҡорт халҡын холестериндан тап ошо ҡорот ҡотҡарған да инде. Ҡороттағы ферменттар итте эшкәрткәндәге бүленеп сыҡҡан организм