Үткәндәр хаҡында һөйләп кенә ҡалмай, уларҙы күҙҙән үткәрергә лә мөмкинлек бирә музей. Бигерәк тә хәҙерге заманда, үҫеп килгән быуын телефонға, интернетҡа мөкиббән китеп, ысын тормоштан алыҫлашҡан осорҙа музейҙарҙың әһәмиәте айырыуса ҙур. Уҡыусы балаларҙың күңелендә музейҙарға, башҡа мәҙәни усаҡтарға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн республикабыҙҙа төрлө саралар бойомға ашырыла. Республиканың Милли әҙәбиәт музейы филиалы М. Ғафури мемориаль йорт-музейында, мәҫәлән, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры мәҫәлдәре буйынса ҡурсаҡ театры эшләп килә, баш ҡалабыҙҙа шағир йөрөгән урамдар буйлап “М. Ғафури һәм Өфө” тип аталған йәйәү йөрөү экскурсияһы булдырылған, “Зөһрә ханым оҫтаханаһы”нда төрлө дәрестәр үткәрелә, лекциялар уҡыла, квест-уйындар ойошторола. Уҡыусы һәм студенттарҙы музейға саҡырып ҡына ҡалмайынса, юл йөрөү ҡыйынлыҡтарын иҫәпкә алып, музей хеҙмәткәрҙәре быйыл ҡулай ҙа, мобиль дә дәрес – “Сумаҙандағы музей” проектын булдырҙы. Мәжит Ғафуриҙың тормош юлына, ижадына арналған был дәресте кү