Яуыз көстәр Мәсем хан менән Һыу аҫты батшаһы Шүлгән бер-береһен еңә алмай тартҡылашҡан арала егет ҡорона еткән Һәүбән Аҡбуҙатты ҡотҡарыу һәм Урал батырҙың урланған булат ҡылысын табыу маҡсаты менән һыу аҫты батшалығына юллана. "Урал батыр"ҙың дауамы булған "Аҡбуҙат" эпосына ярашлы, Һәүбән һыу аҫты батшалығында хан ҡыҙы Нәркәсте осрата. Ул егеткә кешеләргә бәхет килтереүсе Аҡбуҙатты ҡоҡарырға, яуыз көстәргә ҡаршы торорға ярҙам итә. Ғәзим Шафиҡовтың “Аҡбуҙат” башҡорт халыҡ эпосына нигеҙләнгән пьесаһы тәүге тапҡыр 1986 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡуйыла. Ул саҡта уны режиссёр һәм театр педагогы Павел Мельниченко менән берлектә танылған рәссам Азат Миңлекәев сығара. Төп ролдәрҙең береһен ул саҡта әле генә ижад юлын башлап торған актриса, хәҙер иһә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ольга Шәрәфетдинова башҡара. Тап ул ошо әҫәрҙе яңыса эшкәртеүгә айырыуса һөйөү һәм тулҡынланыу менән тотонған. – Тәүге спектакль үҙ ваҡыты өсөн бик үҙенсәлекле ине, – тип хәтерләй режиссёр Ольга Шәрәфетдинова. – Хәҙер ваҡыт яңы тасуирлау сараларын талап итә. Был юлы заманса техник алымдар ҡулланылды. Улар ярҙамында тамашасыларбыҙ үҙҙәрен ваҡиғаларҙың уртаһында йөрөгән кеүек итеп хис итә ала. Ғәзим Шафиҡовтың пьесаһын драматург Владимир Аношкин махсус рәүештә ҡурсаҡ театрының заманса спектакле өсөн яраҡлаштырған. Ҡуйыусы рәссам Светлана Степанова әйтеүенсә, тамашасыларға планетарий эффекты эшләү өсөн биш видеопроектор ҡулланғандар. Спектаклдең ғәжәйеп тамашаға әүерелеүе ҡурсаҡтарға һәм костюмдарға ла бәйле. Актёрҙар пәрҙә артына йәшенмәй, ә сәхнәлә йөрөй – улар рәссам Наталья Бирюкованың эскиздары буйынса яһалған битлектәрҙә уйнай. Ҡурсаҡ театры артистары Василий Вольский, Илүзә Мөхитова, Виталий Щербаков, Светлана Имаметдинова, Вадим Ғәбиҙуллин, Гүзәл Мөхәмәтйәнова һәм Азамат Шаһисолтановтың образдары ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Виталий Щербаков ҡурсаҡ театры сәхнәһендә 40 йыл эшләү дәүерендә Мәсемде лә, Шүлгәнде лә уйнаған. Был юлы етем ҡалған Һәүбәнде тәрбиәләп үҫтергән Тарыуал образын кәүҙәләндерә. Бейеүҙәрҙе һәм алыш сәхнәләрен хореограф Рөстәм Имамовҡа ышанып тапшырғандар. Спектакль өсөн яҙылған тулҡынландырғыс һәм тантаналы көйҙәр актёрҙарҙың оҫта уйыны менән художестволы биҙәлештән алыған тәьҫораттарҙы тағы ла көсәйтеп ебәрә. Композиторы – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эдуард Исламов. «Аҡбуҙаттың тылсымлы күле» спектакле тамашасыларҙы изгелеккә һәм ғәҙеллеккә өйрәтеп кенә ҡалмай, шулай уҡ хәҙерге йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәте сығанаҡтарына алып ҡайта. Спектаклде ҡарағас, улар эпостың геройҙары һәм ваҡиғалары менән танышасаҡ, тыуған еребеҙ һәм тыуған төйәгебеҙ тарихы өсөн ғорурлыҡ тоясаҡ. Спектаклде күрмәй ҡалыусылар уны киләһе ижад миҙгелендә ҡарай ала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йыл аҙағында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса реконструкциянан һуң ҡабаттан үҙ ишектәрен асты. Һөҙөмтәлә уның дөйөм майҙаны ике тапҡырҙан ашыуға - 2,5-тән 6,4 мең квадрат метрға тиклем артты. Учреждениены яңыртыу ике йыл дауам итте. 300 урынлыҡ ҡурсаҡ театрының ҙур залында үҙенсәлекле өс кимәлле сәхнә ҡуйылды. Хәҙер ҡурсаҡтар төрлө бейеклектә хәрәкәт итә ала. «Мәҙәниәт» милли проектының төп маҡсаты – халыҡтың мәҙәни уңайлыҡтарҙан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыуҙа ҡатнашыу өсөн шарттарҙы арттырыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.