Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы спорт объекты үҙ ишектәрен асасаҡ

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡабул итте. Ә 2022 йылдың декабрендә республика Башлығы буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт бирҙе. Яңы объект Затон биҫтәһендә Рима Баталованың республика Спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә урынлашҡан. Тикшереү барышында Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов объектта төп монтаж эштәрен тамамлауҙары һәм фасадты биҙәүгә тотоноуҙары хаҡында һөйләне. Бында Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә турнирҙарҙы үткәреп буласаҡ. Трибуналар 373 кешегә иҫәпләнгән. Бинала шәхси күнекмәләр өсөн тренажер һәм спорт залдары, конференц-зал, бассейн, буфет һәм башҡалар буласаҡ. Фехтование үҙәген асыу тантанаһын 2024 йылдың көҙөндә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткәрергә планлаштыралар. Ә инде декабрҙә бында тәүге ҙур ярыштар үтәсәк. – Был ҙур спорт объектын төҙөүҙе тамамлауыбыҙға шатбыҙ. Рәсәйҙә бындай махсуслаштырылған комплекс икәү генә – Мәскәү өлкәһендә һәм Новосибирскиҙа. Өфөлә, моғайын, илдәге иң яҡшы фехтование үҙәге булыр, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе киләсәктә Затонда тағы бер спорт комплексын – еңел атлетика манежын төҙөү мөмкинлеген ҡарауҙары хаҡында ла хәбәр итте. Шулай итеп, урында тотош спорт кластеры формалашасаҡ. Фото: glavarb.ru