Найти тему
Башҡортостан гәзите

Рәсәй һәм Беларусь спортсылары килде

Эдуард Латипов, Кәрим Хәлили, Антон Бабиков... Биатлон буйынса Берҙәмлек кубогының Альфа банк икенсе этап ярыштары бик ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы. Тап ошо һәм башҡалар хаҡында Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында үткәрелгән матбуғат конференцияһында әйтелде. Унда Рәсәй Биатлонсылар союзының башҡарма директоры Александр Пак, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, биатлон буйынса Олимпия резервы әҙерлеге мәктәбе директоры Виктор Никитин һәм башҡалар ҡатнашты. Әлбиттә, быйылғы ярыштарға әҙерлек еңел булмаған. Ҡарҙың аҙ яуыуы, өҫтәүенә һуңғы көндәрҙә ҡапыл һыуытып ебәреү кеүек тәбиғәт шарттары сараға әҙерлек эшендә ҡатмарлыҡтар килтергән. Әммә ойоштороусыларҙы һәм спортсыларҙы был ҡурҡытмай. Шулай итеп, яңы уҙыштар яңы исемдәрҙе асасаҡ, сөнки спорт туҡталып ҡалыуҙы үҙһенмәй, ныҡышмалдарҙы, сәмселдәрҙе һәм маҡсат­лыларҙы ғына ярата. Иртәгә, 15 декабрҙә, спринт уҙыштары була: 11.00 – старт спринт 10км/ирҙәр; 14.00 – старт спринт 7,5км/ҡатындар. Автор фотоһы.