Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙҙең табиптар Африка кешеһенә операция эшләгән

Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Пациенттарҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүе һәр саҡ күңелле. Миңә бөгөн I йәйге Сурдлимпия уйындарында Кениянан ҡатнашыусы Петер К. Омариҙың яҙмаһын ебәрҙеләр. Дим ҡала дауаханаһы табиптары ашығыс рәүештә операция эшләгән спортсы рәхмәтен белдергән. Табиптарға һөнәри оҫталыҡтары һәм медицина ярҙамын ваҡытында күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм”, - тип яҙған министр Айрат Рәхмәтуллин. Министр билдәләүенсә, спортсыға оҙаҡ ҡына реабилитация үтергә тура киләсәк. Петер К. Омары аяғын һындырған ине. Әйткәндәй, “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары Өфөләге 18 спорт майҙансығында үткәрелде. 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәштеләр. Спортсыларҙың һәр сығышы үҙе бер ҡаһарманлыҡ ине. Сараны Рәсәй Спорт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Дөйөм Рәсәй Һаңғырауҙар спорты федерацияһы, “Рәсәй йыйылма командалары спорт әҙерлеге үҙәге” ойошмаһы үткәрҙе. Фотолар: БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһе; Валерий Шахов.