Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәшәү көсө – хәрәкәттә

Һуңғы йылдарҙа республикала спорт инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Рима Баталованың Спорт әҙерлеге, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәктәре, ябыҡ футбол манежы асылды. Ишеү слаломы комплексы, Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Спортҡа һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә 2019 йылда “Рәсәй – спорт дәү­ләте” форумында Өфөләге 16-сы мәктәптән ете йәшлек Даша Крутько спорт залында һикереү “соҡо­рон” булдырыу тураһында мөрә­жәғәт иткәйне. Былтыр иһә ҙур, матур Спорт гимнастикаһы үҙәге ишектәрен асты. Ошо һәм башҡа спорт объекттарының сафҡа ин­дерелеүе әллә күпме ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы сәләмәт тормош алып барыуға, спортҡа йәлеп итә. Шуныһы һөйөнөслө: Рәсәй Хөкү­мәте төҙөлөштәргә, айырым ал­ғанда, ишкәкле слалом комплек­сының икенсе сиратын булды­рыуға, республикала олимпия резервы училищеһын барлыҡҡа килтереү проектына финанс йәһә­тенән ярҙам итә. Тағы беҙҙә адаптив спортты үҫтереүгә иғтибар бүленә. Әйт­кәндәй, Башҡортостанда барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл йомғаҡтарына күҙ һалһаҡ, республикала адаптив физик культура һәм спорт менән даими шө­ғөлләнеүселәрҙең өлөшө 27 проценттан ашҡан, һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә паралимпия һәм сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды. Тармаҡҡа етди ҡараш булдырылған 2022 йылда спорт тармағын финанслауға 7 миллиард һум йүнәлтелгән. “Бизнес-спринт” проектына ярашлы, дүрт спорт объектын төҙөү өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде. Был – Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. “Бизнес-спринт” проекты буйынса яңы спорт объекттары төҙөүгә республикабыҙ федераль бюджеттан 748 миллион һум ала. Ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсә­бәттәрен күҙ уңында тота – төҙө­лөшкә 150 миллион һумдан ашыу аҡсаны инвесторҙар һаласаҡ, ҡалған сумманы республика бюджеты өҫтәйәсәк. Шулай итеп, федераль финанслау ярҙамында түбәндәге объекттар төҙөлә: * Өфө ҡалаһының Дим биҫтә­һендә “Бал” универсаль спорт комплексы; * Нефтекама ҡалаһында – йөҙөү бассейны һәм уйын залы булған спорт үҙәге; * шулай уҡ Өфө ҡалаһында – ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы. Тағы шуны билдәләргә кәрәк: 2022 йылда, “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп функциялы “аҡыл­лы” спорт майҙансығы урын­лаш­тырылған, Өфө ҡалаһында иһә 2023 йылдың беренсе яртыһында монтажлауҙы тамамлау күҙаллана. Баймаҡтағы “Хеҙмәт” стадионында капиталь ремонт үткәрелгән. Бөрө, Өфө, Дәүләкән, Ауырғазы, Мә­сетле, Мишкә һәм Йылайырҙа ете ГТО (“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер”) майҙансығы булдырылған. Ғорурланырлыҡ урын бар Республикала “Ауыл тренеры” проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән республикала 2020 йылда башланды. Башҡортостан Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проекты уңышлы тормошҡа ашырылған тәүге төбәк булды. Һөҙөмтәлә 104 ауыл тренерына 600 мең һумлыҡ (2022 йылда 50, 2021 – 20, 2020 – 34) түләүҙәр менән ярҙам күр­һәтелде. Өҫтәүенә, быйылдан алып түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә, быға тиклем 600 мең һумлыҡ сертификат тапшырыла ине. Рәсәйҙә был тәжрибә иң яҡшыһы тип танылды. Хәҙер уны илдең 20-нән ашыу төбәгендә ҡулланалар. Һис шикһеҙ, һәр спортсының уңышы тренерға һәм остазға бәйле. Эш һөйөүсәнлек һәм ынтылышһыҙ һәләт тә, тренерһыҙ спортсы ла йәшәй алмай. 2023 йылда тағы 55 тренерға 1 миллион һум күләмендә түләү ҡаралған. Башҡортостандың Спорт ми­нистр­лығы мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, бөгөн республикала 2788 тренер эшләй. Йыл һайын уларҙың һаны артҡандан-арта. Мәҫәлән, 2018 йылда был һан 2578 тәшкил итте. Өҫтәүенә, ошо ваҡыт эсендә 10 меңдән ашыу бала спорт мәк­тәптәрендә даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә башлаған. Бынан тыш, быйыл тренерҙарҙы педагогия хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡтары менән тәьмин итеү процесы тамам­ланасаҡ. Был иһә ялдың 42 көнгә тиклем оҙайтылыуын, вазифа окладының 30 процентҡа тиклем артыуын, шулай уҡ эш хаҡын төбәктәге уҡытыусылар алған уртаса хеҙмәт хаҡына тиклем күтәреүҙе тәьмин итергә тейеш. Тағы спортта өлгәшелгән уңыш­тары өсөн йыл һайын спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына – матди дәртләндереү, 18 йәшкә тиклемге спортсыларға стипендиялар ҡаралған. Был аҡсалата ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу өсөн быйыл республика бюджетына 150 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Иң яҡшы спортсыларҙы, тренер-уҡытыусыларҙы, физик культура һәм спорт өлкәһендәге белгестәрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү, иң яҡшы спорт федерацияларын, муниципаль берәмектәрҙе дәртләндереү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан “Республика спорт премияһы тураһында” проекты әҙерләнгән. Лауреаттарҙы асыҡлау өсөн адаптив спортта, профессиональ спортта, физик культура һәм спорт үҫешендә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙа айырыуса ҙур ҡаҙаныштар булырға тейеш. Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған. Паралимпия хәрәкәте тыуған ер Башҡортостан Паралимпия комитеты һәм профилле федерациялар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында республика етәкселегенә адаптив спортҡа иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Тағы ул Башҡортостандың илдең паралимпия йыйылма командаһы өсөн терәк төбәк икәнлеген дә билдәләне. – Барыһы ла Башҡортостанды Рәсәйҙең паралимпия хәрәкәте тыуған ер, уның баш ҡалаһы тип иҫәпләй. Беҙҙең атлеттарға ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, айырыуса спортҡа санкция баҫымы көслө булған осорҙа, – тине Павел Рожков. – Беҙ бик күп асыҡ ярыштар үткәрәбеҙ һәм унда дуҫ илдәрҙән спортсыларҙы ла саҡырабыҙ. Улар үҙҙәрен уңайлы тойоуы мөһим. Өфө һәм республика бик күп сараларҙы ҡабул итә. Бәйгеләр һәр саҡ юғары кимәлдә үтә. Быйыл 23 июлдән 2 авгусҡа тиклем Өфөлә беренсе тапҡыр “Беҙ бергә. Спорт” йәйге сурдлимпия уйындары була. Ярыштарҙа 2,3 меңдән ашыу атлеттың ҡатнашыуы көтөлә. Был үҙе үк – республикала спортты үҫтереү йәһәтенән бихисап эштең атҡарылыуына асыҡ дәлил. Донъяуи сараның беҙҙә үткәрелеүе – үҙе ҙур мәртәбә. - Айһылыу НИЗАМОВА