Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бөгөн Өфөлә – бокс кисе

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөнәри бокс кисәһендә ҡатнашыусыларға уңыштар һәм сағыу еңеүҙәр теләне. – Был – республикала үткәрелгән ошондай икенсе сара. Бокс – ҡаһарман, көслө ихтыярлы, маҡсатлы, рухи йәһәттән ныҡ кешеләр шөғөлләнгән спорт төрө. Улар ауырлыҡтарға бирешмәй һәм еңеүгә ынтыла. Был сифаттар спортта ғына түгел, һәр эштә лә кәрәк, - тине Андрей Назаров. – Республикала төрлө көрәштең төрлө төрөн әүҙем үҫтерәбеҙ. Бокс та Башҡортостанда популяр һәм күп кеше шөғөлләнгән спорт төрө булып бара, әлбиттә. Спортсыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Андрей Назаров Азалия Әминеваның былтыр Рәсәйҙең бокс буйынса абсолют чемпионы булып танылыуы хаҡында әйтте. Ул – республикабыҙҙан бокс буйынса өлкәндәр категорияһында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан беренсе чемпион. Башҡортостандың боксерҙар мәктәбенән тағы бер сағыу вәкил – Артур Собханҡолов. Ул – халыҡ-ара спорт мастеры, Рәсәй чемпионатында дүрт тапҡыр финалға сыҡты. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20728/