Башҡортостанда 58 социаль проект 500 меңешәр һумлыҡ грант ала. Республика Башлығы гранттар фонды гражданлыҡ йәмғиәте үҫтереү башланғыстары конкурсы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Еңеүселәрҙең күбеһе Өфөнән, 16 проект үткән. Әүҙем район һәм ҡалалар араһынан Шишмәлә - 8, Миәкәлә 4, Стәрлетамаҡта 5 башланғыс ғәмәлгә ашырыла. Проекттарҙың күбеһе ғаиләне яҡлау, фән һәм белем биреү, мәҙәниәт, социаль ярҙамға ҡағылышлы.
Юлдаш радиоһы
Башҡортостанда яңы социаль ярҙам саралары әҙерләнә. Был турала республика хөкүмәтендә белдерелде. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, 1 августан социаль ярҙам алыу өсөн "Мир" карталарын ҡулланыу буйынса эксперимент башланды. Проект Башҡортостанда, Ростов һәм Төмән өлкәләрендә һынала. Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар һәм студенттар өсөн льгота ҡарала. Ҡатнашыу өсөн "Мир" картаһын дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәргә кәрәк. Унан һуң транспортта, аҙыҡ-түлек магазиндарында һәм мәҙәниәт учреждениеларында ташлама автомат тәртиптә иҫәпләнә. Андрей Назаров профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға проектты башларға әҙер булырға ҡушты.
Республикала мәктәп йәрминкәләре эшләй башланы. Унда балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым һатып алыу өсөн ҡулай шарттар булдырыла. Быйыл йәрминкәләрҙә малайҙарға костюм-салбар ете, ҡыҙҙар өсөн сарафан ике мең самаһы, юбка мең һум тора. Кейемдән тыш, кәнсә тауарҙарына ла хаҡтар арыу ғына. Рюкзактарға хаҡ 800 һумдан башлана. Мәктәп йәрминкәләре август аҙағына тиклем эшләй.
Республикала аҙ килемле күп балалы ғаиләләргә мәктәп формаһы өсөн аҡсалата компенсация ҡаралған. Хәҙер ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла бирергә мөмкин. Документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Компенсация биреү өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы яуаплы була. Быға тиклем ҡарар үтәлеше Мәғариф министрлығы контролендә ине. Мәктәп формаһы өсөн компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә. Башҡортостанда 75 мең күп балалы ғаилә бар. Уҙған йылда уларға ярҙам өсөн 1 миллиард 250 миллион һум йүнәлтелде.
