“Беҙҙең Федор Шаляпин исемендәге Музыка музейы ҡунаҡтар ҡабул итә лә башланы”, тип яҙҙы бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә. Ул бөгөн музей экспозицияларын данлыҡлы пианист, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән атаҡлы актер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков ҡарауы тураһында яҙҙы. Улар Өфөгә музыка фестивале һәм баш ҡаланың 450 йыллығы айҡанлы яңы тамаша алып килгән. “Музейҙы ҡунаҡтарҙың оҡшатыуына шатмын. Ул ҙур түгел, әммә бик заҡыҡлы”, тип яҙа Радий Фәрит улы. “Денис Леонидовичҡа һәм Сергей Витальевичҡа Өфөләге концерттар һәм спектаклдәр өсөн рәхмәт. Уларҙы Башҡортостан халҡы ярата. Уларҙың тамашаларында – тулы аншлаг”, ти республика етәксеһе. Фото: социаль селтәрҙән.