Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ни бары 2 секунд етмәгән...

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы егете 21 йәшлек Ғәҙел Булатов Сочиҙа үткән «Королева спорта» йүгереү буйынса ил чемпионатында 1500 метр арауыҡта беренсе урын алған. Әле ул Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты студенты. Еңел атлетика менән биш йылдан ашыу шөғөлләнә.- Сочи ҡалаһында үткән еңел атлетика буйынса команда чемпионатында ҡатнаштым. 1500 метр арауыҡҡа йүгереүҙә үҙемдең шәхси рекордымды ҡуйҙым һәм иң көслө 10 спортсы иҫәбенә индем. Үкенескә күрә, Рәсәйҙең спорт мастеры" нормативын үтәргә ни бары 2 секунд ҡына етмәне, - ти Ғәҙел Булатов. Уңыштар һиңә, Ғәҙел! Фото: Ғәҙел Булатовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән