Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тренерҙарға миллион һум түләнә

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың сәләмәт тормош алып барыуға ынтылышы арта, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны күбәйә. Һөҙөмтәлә бөгөн Башҡортостандағы ике миллиондан ашыу кеше – халыҡтың 58,2 проценты – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу яҡлы. Өҫтәүенә, йылдан-йыл яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә. Хәҙерге ваҡытта 13,3 мең спорт ойошмаһы эшләй, 112 меңдән ашыу бала спорт менән мауыға. Башҡортостандан башланды Һәр нәмә остаздан башлана, шуға спортсының уңышы тәү сиратта уның уҡытыусыһына бәйле. Ошоно иҫәпкә алып, беҙҙә тренерҙар эшмәкәрлегее дәртләндерелә. Улар социаль гарантияларға эйә: тренер вазифаһындағы эш осорон иҫәпкә алып, педагогик стажды һаҡлау, бер ставкаға билдәләнгән аҙналыҡ эште 24 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу, 42 көнлөк ял биреү (тренерҙың ялы 28 көн) кеүек саралар ҡаралған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан Рәсәйҙә тәү тапҡыр республикала “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә 179 тренер ярҙам алды. Шуныһы ҡыуаныслы: быйылдан “Ҡала тренеры” проекты ла эш башланы. Һөҙөмтәлә, проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә: * республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар сиратында тороусылар; * 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар. Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортто төҙөүгә ер участкаһын һатып алыуға, ипотеканы түләүгә, торлаҡ йорт төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға йәки профилле белем алыуға файҙаланырға мөмкин. Атаһы ла, улы ла көрәшсе Айнур Салауат улы Хөсәйенов – Шаран районындағы спорт мәктәбе директоры. Ул бала сағынан билбаулы көрәш менән шөғөлләнгән. – Атайым Салауат Мәғҙән улы – сығышы менән Шаран районынан. Ул – көрәш буйынса спорт мастеры, шуға күрә бәләкәй саҡтан билбаулы көрәш менән мауығыуым тиккә түгел, – ти тренер. Айнур Салауат улы 2007 – 2013 йылдарҙа Башҡортостанда үткәрелгән ярыштарҙа призлы урындар яулаған. Бынан ике йыл элек уға “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” түшкә тағыла торған билдәһе тапшырылған. Хәҙер ул балаларға билбаулы көрәш серҙәрен өйрәтә. Айнур Салауат улы Рәсәйҙең өс спорт мастерын, 20-нән ашыу спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән. Ринир Хәсәншин – Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәйҙең билбаулы көрәш буйынса ике тапҡыр чемпионы, донъя чемпионатында ике тапҡыр бронза миҙал яулаусы. Алһыу Исмәғилева – Рәсәйҙең спорт мастеры, ил ярыштарында ике тапҡыр бронза миҙалға лайыҡ булған. Залина Исламова – Рәсәйҙең спорт мастеры, ил беренселегендә ике тапҡыр чемпион исемен алған, донъя беренселегендә көмөш миҙал тапшырылған. Быйыл 5 – 8 майҙа Айнур Хөсәйеновтың тәрбиәләнеүселәре Марлен Төлөкбаев Рәсәй чемпионы тип танылды, Тимур Тимеркәев һәм Аман Карипов икенсе урынға сыҡты, Зарина Ғәбиҙуллина өсөнсө урынға лайыҡ булды. Һөҙөмтәлә Марлен Төлөкбаев , Тимур Тимеркәев һәм Аман Карипов быйыл сентябрҙә Үзбәкстанла үткәреләсәк донъя беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Әйткәндәй, быйыл Айнур Хөсәйенов, “Ауыл тренеры” программаһына ярашлы, 1 миллион һум алған. – Бик яҡшы һәм кәрәкле программа. Бер миллион һум аҡсаға торлаҡ йәки автомобиль һатып алырға уйлайым, – ти Айнур Салауат улы. Уның был һәм башҡа уй-ниәттәренең бойомға ашыуын, яңы үрҙәр теләйбеҙ. ҺҮРӘТТӘ: Шарандан тренер Айнур Хөсәйенов тәрбиәләнеүселәре Тимур Тимеркәев (уңда) һәм Марлен Төлөкбаев менән. Фото: Айнур Хөсйәеновтың шәхси архивынан. “Программа тураһында ишетеү менән документтар йыя башланым...” Рәсәй чемпионаты призеры, спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренер-уҡытыусыһы Алһыу Таһир ҡыҙы Исмәғилева ла Шаран ауылында тыуып үҫкән. Ҡыҙ 10 йәшенән билбаулы көрәш менән шөғөлләнгән. – Беренсе остазым Салауат Мәғдән улы Хөсәйенов булды, артабан уның улы Айнур күнекмәләр үткәрҙе, – ти Алһыу Таһир ҡыҙы. – Тренерҙарым менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә 2018 йылда Рәсәй чемпионатында беренсе урын яулап, Рәсәйҙең спорт мастеры нормативтарын үтәй алдым. Алһыу Исмәғилева, билбаулы көрәш менән бер рәттән, волейбол менән дә мауыҡҡан, был спорт төрө буйынса ла төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашҡан. XI класты тамамлаған ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай, Туймазы педагогия колледжына уҡырға инә һәм бер юлы Балалар ижады һәм спорт үҙәгендә эшләй. 2020 йылдан иһә ул бында – тренер, бәләкәстәргә күнекмәләр үткәрә. Ике йыл элек Алһыу Таһир ҡыҙын волейбол буйынса тренер итеп тәғәйенләйҙәр. Артыҡ ҙур ваҡыт үтмәһә лә, остаз тәрбиәләнеүселәре менән район, төбәк ярыштарында уңышлы ғына сығыш яһай, республика сараларында ла үҙ көсөн һынай. – 2023 йылдың көҙөндә “Ауыл тренеры” программаһы тураһында ишетеп белдем һәм документтарҙы йыя башланым, быйыл февралдә үтеүем тураһында хәбәр иттеләр. Май айында иһә бер миллион һум аҡсаны алдым, – ти тренер. – Әлегә сумма иҫәптә ята һәм уны ниндәй маҡсатта тотонасағым тураһында уйлайым әле. Шаран остаздары “Ауыл тренеры” программаһының бик кәрәкле һәм урынлы икәнлеге хаҡында белдерҙе. Өҫтәүенә, хәҙер тренер ғына түгел, белем биреү учреждениеһында эшләгән педагогик хеҙмәткәр ҙә ошо түләүҙе алыу хоҡуғына эйә. ҺҮРӘТТӘ: тренер Алһыу Исмәғилева (беренсе рәттә һулдан икенсе) Шарандың волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы менән. Фото: Алһыу Исмәғилеваның шәхси архивынан. ФЕКЕР: Илдар МОРАТОВ, Стәрлебаш балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, Рәсәйҙең спорт мастеры, “Көрәш” буйынса баш тренер, Башҡортостандың өлкән тренеры, көрәш буйынса Рәсәй йыйылма командаһы йәштәренең өлкән тренеры, күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя чемпионы: – “Ауыл тренеры” программаһы – үҙен спортҡа арнағандар өсөн бик ҙур ярҙам. Мин дә был программала ҡатнаштым һәм аҡсаны йортобоҙға тотондоҡ. Өҫтәүенә, был сара – егеттәрҙе ауылда ҡалдырыу өсөн ҙур мөмкинлек, сертификат алғас, тренер биш йыл эшләргә тейеш.