Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Көслөләр ҙә яҡлауға мохтаж

Республикабыҙ илебеҙҙәге спорт ныҡлы үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше – халыҡтың 58,2 проценты –физкультура һәм спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Йылдан-йыл яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә, әлеге көндә 13,3 мең спорт учреждениеһы эшләй, 112 меңдән ашыу бала спорт менән шөғөлләнә. Башҡортостан – спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы социаль яҡтан ныҡлы яҡлау системаһы булдырған төбәктәрҙең береһе. Был тәңгәлдә ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәләүенсә, республикала тренер-уҡытыусылар социаль гарантияларға эйә: “тренер” вазифаһындағы эш осорон иҫәпкә алып, педагогик стажды һаҡлау, бер ставкаға билдәләнгән аҙналыҡ эште 24 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартыу, 42 көнлөк ял биреү (тренерҙың ялы 28 көн). Спортсыларға 18 йәшкә тиклем стипендия тәғәйенләнә. 2023 йылда уны 234 спортсы алған. Шулай уҡ талантлы спортсыларға финанс һәм социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән уларҙы эшкә урынлаштырыу буйынса эш бара. Әлеге көндә 167 спортсы Өфөләге спорт әҙерлеге үҙәгенә эшкә урынлаштырылған, 68-е – адаптив спорт үҙәгендә. “2023 йылдан башлап олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия чемпиондарына һәм призерҙарына, уларҙың тренерҙарына ғүмерлек дәүләт стипендиялары түләнә. Был стипендияны 88 кеше ала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан Рәсәйҙә тәү тапҡыр республикала “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә 179 тренер ярҙам алды. Быйылдан “Ҡала тренеры” проекты эш башланы”, – тип белдерҙе Руслан Хәбибов. Ирҙәр спорт гимнастикаһын үҫтереү өсөн республикаға Екатеринбургтан тренерҙар – Павел Лавриков менән Николай Калиновский саҡырып килтерелгән. Спорт министрының фекеренсә, тренерҙарға педагогия хеҙмәткәре статусын биреүҙе ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләргә кәрәк. Хәҙер улар ил Президентының “май” указдарында ҡаралған социаль гарантияларға эйә. Был тәү сиратта тренер-уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡын төбәктәге уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡына еткерергә мөмкинлек бирҙе – был 47 мең һумдан ашыу тигән һүҙ. 2023 йылда был маҡсатҡа муниципаль берәмектәргә 161,5 миллион һумға субсидиялар бирелгән. Быйыл был сумманы 198,8 миллион һумға еткереү ҡарала. Спортсыларҙы, спорт тармағы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереүҙең тағы ла бер һөҙөмтәле ысулы – өлгәшелгән ҡаҙаныштар өсөн дәүләт һәм ведомство наградалары менән бүләкләү. 2019 йылда федераль һәм республика кимәлендәге наградаларҙы 2 748 кеше алған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала спорт тармағын үҫтереүҙә тағы ла ырамлыраҡ аҙымдар яһау яҡлы. Ул Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә Баймаҡтағы Боҙ һарайын төҙөп бөтөү бурысын ҡуйҙы, шулай уҡ Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Боҙ һарайын төҙөүҙең мөһимлеген белдерҙе. “Республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш халҡы алдындағы бурысты үтәргә кәрәк, әҙер проект бар, уны төҙөүгә средстволар табырға кәрәк”, – тине республика етәксеһе. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.