Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сермәндә шахмат турниры үтте

Был тормошта яҡшылыҡ сәсеп киткән кешеләрҙе халыҡ онотмай. Белорет районының Сермән ауылы халҡы ла арҙаҡлы аҡһаҡал Солтан Мосауир улы Сиражетдиновты һәр саҡ йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Уның иҫтәлегенә инде дүртенсе йыл рәттән шахмат турниры ойошторола. Йыл һайын үткәрелә килгән был уйын матур йолаға әүерелгән. Шахмат уйыны бөтөн донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта. – Турнир бик ҡыҙыу барҙы, егеттәр ярышҡа әүҙем әҙерләнгәндәр, ихласлап үҙҙәренең көстәрен һынанылар. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла афарин тип, рәхмәт әйтәһе килә, – тип уртаҡлашты Яныбай Хамматов исемендәге Сермән ауыл модель китапханаһы хеҙмәткәре Зилә Фәхрисламова. Өлкәндәр төркөмөндә Рифат Юнысов – I, Вилнур Фәхритдинов – II, Эрик Мөхәмәтов III урын алды. Урта йәштәгеләр араһында I урынды Азат Исмәғилев яулаһа, II һәм III урындарҙы Фидан Ғибәҙәтов менән Айбулат Яҡупов бүлеште. Бәләкәй уйынсылар төркөмөндә Ғәҙел Иҡсанов – I, Юлдаш Ғарипов – II, Ансар Әмирсаниев III урын алды. Улар кубоктар, миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Әүҙем ҡатнашыусылар Нияз Ғәлиуллинға, Рөстәм Илһамовҡа, Вадим Әғәлетдиновҡа дипломдар тапшырылды. Шахматсылар аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, ветерандар ойошмаларына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, бындай саралар йәштәрҙә спортҡа ылыҡтыра, шулай уҡ быуындар бәйләнешен нығыта. Белешмә: Солтан Мосаүир улы Сиражетдинов 1937 йылдың 13 мартында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң лаборант булып эшләй. 1955 йылдың апрелендә, комсомол йүнәлтмәһе буйынса, Солтан Сиражетдинов район мәҙәниәт йортон етәкләй. 1957 йылда машина-трактор станцияһына эшкә күсә, шофер вазифаһынан бригадир дәрәжәһенә тиклем үҫә. Күп йылдар Сермән ауыл Советын етәкләй һәм дүрт саҡырылыш Белорет район Советы депутаты, бер нисә йыл ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында староста була. 2000 йылдан ул Сермән ауылының ветерандар ойошмаһын етәкләй. Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының почетлы ветераны Солтан Сиражетдинов районда аҡһаҡалдар хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы, ул балаларҙы һәм йәштәрҙе рухи-әхлаҡи тәрбиәләү, йәмғиәттең төрлө быуындарын берләштереү, ата-бабаларҙың хәтерен һаҡлау буйынса сараларҙың инициаторы һәм әүҙем ҡатнашыусыһы була. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта Солтан Мусауир улы районда золом ҡорбандарының исемлеген төҙөү менән шөғөлләнә, улар тураһында китап баҫтырырға теләй… Фото Зилә Фәхрисламованың “Бәйләнештә”ге төркөмөнән алынды.