Найти тему
Башҡортостан гәзите

Семен Елистратовты ҡотлайбыҙ!

Силәбе спорт һарайында Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы спорт командаһы тренеры майор Семен Елистратов 1000 метрлыҡ дистанцияла шорт-тректа еңеп, алтын миҙал яуланы. Шулай уҡ 1500 метр дистанцияла икенсе урын һәм 500 метр дистанцияла өсөнсө урын алды. Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Семен Елистратов Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Семен Елистратов - шорт-трек буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, олимпия чемпионы (2014 йыл), 2018 йылғы ҡышҡы олимпиаданың бронза призеры, донъя чемпионы (2015 йыл), Европа чемпионатының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһы - иң көслө спортсылар араһында 2023/24 ҡышҡы миҙгеленең иң ҙур спорт ваҡиғаһы. Спартакиада 2024 йылдың 9 - 18 февралендә Рәсәй Федерацияһының биш төбәге биләмәһендә үтә. Ярыштарҙа 14 ҡышҡы олимпия спорт төрөндә илдең иң яҡшы 2500 спортсыһы ҡатнаша. Фото: Рәсәй Милли гвардияһының матбуғат хеҙмәтенән.