Октябрьский ҡалаһының Спорт һарайында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында республиканың грек-рим көрәше буйынса беренселеге үтте. Ул СССР-ҙың спорт мастеры Дмитрий Данилов иҫтәлегенә арналды. Быйыл спортсы, тренер һәм спорт тармағы етәксеһе Дмитрий Данилов иҫтәлегенә арналған ярыштарҙа 22 ҡала һәм райондан командалар ҡатнашты, шул иҫәптән Ишембай спортсылары ла үҙ көстәрен һанап ҡараны. Егеттәр лайыҡлы көрәшәте һәм яҡшы сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә Ислам Кәримов үҙенең ауырлыҡ категорияһында – алтын, Эдгар Шерстобитов бронза миҙалға лайыҡ булды. Дмитрий Данилов - классик көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостан, Татарстан чемпионы, гер спорты буйынса ветерандар араһында Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй турнирҙары, Рәсәй, Европа һәм донъя беренселектәре еңеүсеһе, беренсе Бөтә донъя гер спорты мастерҙары уйындарының абсолют чемпионы. 2014 йылда Олимпиадала гер спорты мастерҙары араһында еңеүсе була, Гиннесс рекордын ҡуйыуҙа ҡатнаша. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.