Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡорт егете Венер Ғәлиев еңде!

8 декабрҙә Өфөлә “Өфө-Арена” универсаль спорт һарайында “Абсолют Чемпионат Ахмат” Рәсәй промоутер компанияһы (АСА) уҙғарған ҡатнаш көрәш буйынса алыш (ММА) үтте. Көйәрмәндәр билдәле көрәшсе, башҡорт егете Венер Ғәлиевтең сығышын тулҡынланыу менән көттө. Легендар яҡташыбыҙ был ышанысты аҡланы һәм Бразилиянан килгән Хакран Диасты техник нокаут менән еңде. Беҙҙең халыҡта әйтмешләй, сыҡты ла йыға һуҡты ла ҡуйҙы. Бәйге 1 минут 20 секунд ҡына барҙы. Шулай итеп, был ММА легендаһы 48 йәшлек Венер "Башҡорт" Ғәлиевтең 36-сы еңеүе һәм уның 17-һе нокаут менән яуланды. Икенсе көрәшсебеҙ Руслан Яманбаев, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңелде. Әммә төшөнкөлөккә бирелергә ярамай, ул да беҙҙе алда уңыштары менән ҡыуандырыр әле. Фото: https://t.me/c/1601276259/12593 Рәмилә Мусина видеояҙмаһы.