Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибай ҡыҙы гран-при яуланы!

Һиндостанда «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Азияның һылыуҡайҙар конкурсында Ҡытай, Корея, Япония, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Төркиә, Шри-Ланка, Индонезия һәм башҡа илдәрҙән ҡыҙҙар ҡатнашты. Башҡортостан исеменән «Мисс Башҡортостан -2023» һәм "1-се вице-Мисс Азия-Себер" еңеүсеһе Илүзә Иҫәндәүләтова сығыш яһаны. Ҡыҙға 22 йәш, Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. Һиндостандан шатлыҡлы хәбәр килде: Сибай ҡыҙы «Мисс Азия-2023» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында гран-при яулаған! "1-се вице-Мисс Азия — Непал, 2-се вице-Мисс Азия — Берләшкән Ғәрәп Эмираттарынан, 3-сө вице Мисс Азия — Таиланд һылауҙары яулаған. Илүзәне оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ! Фото: "Башинформ"