Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Тамука" позывнойлы яугир тренерының хәлен белгән

Ил Президенты ҡарарына ярашлы, махсус хәрби операциялағы яугирҙәр тыуған яҡтарына ике аҙналыҡ ялға ҡайта. Туймазы ҡалаһынан 21 йәшлек яугир отпускыға ҡайтҡанда, үҙенең кикбоксинг буйынса тренеры Вилмир Нафиҡовтың хәлен белешергә бара. "Тамука" позывнойлы яугир республика, Волга буйы федераль округта бер нисә тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ булған, беренсе разрядлы еңеүсе. "Тамука бик яҡшы, тыныс егет, күп кенә ярыштарҙа һәр саҡ алдынғы урындарҙы яулай ине. Мин уны иҫән-һау күреүемә бик шатмын. Олоғайған, тормошто аңлап, ололарса фекер йөрөтә. Иң мөһиме - иҫән-һау булһын, тиҙерәк еңеү менән ҡайтһындар, спортты үҙ итеүе лә уға рухи һәм физик көс бирә", - ти тренеры Вильмир Ғайсин улы. Фото: асыҡ сығанаҡтан.