Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәйерле сәғәттә, йәш "шайморатовсылар"!

11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән һәм “шайморатов” кластарында белем алған 905 уҡыусы тантаналы рәүештә “шайморатовсылар”ға арналдылар. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашты. Улар Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, скульптура композицияһы теүәл бер йыл элек Республика көнөндә асылды. Ул 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Ватан өсөн ғүмерен биргән ватандаштарыбыҙға арналған. Үҙ сығышында төбәк етәксеһе Ватан һәм Башҡортостан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың ролен айырым билдәләне һәм “шайморатов” кластары уҡыусыларына изге теләктәрен еткерҙе. – Һеҙгә, егеттәр һәм ҡыҙҙар, легендар комдивтың исемен йөрөткән мәктәп коллективының бер өлөшө булыу бәхете тейҙе. Миңлеғәле Шайморатов та, һеҙҙең кеүек үк, ғәҙәти егет булып үҫкән, әммә бик күп эшләгән һәм үҙенең маҡсаты – Тыуған иленең тоғро патриоты, ҡыйыу һаҡсыһы булырға ынтылған, – тине Радий Хәбиров. – Һәйбәт белем алырға һәм яҡшы булырға, юғары маҡсаттарға ынтылырға саҡырам. Рәсәй патриоты, тарихты, мәҙәниәтте, данлы традицияларҙы яҡлаусы булыу һеҙҙең тормош принцибына әүерелергә тейеш. Уҡыусылар йәш “шайморатовсыларҙың” антын әйтте һәм үҙенең гимнын – “Шайморатов генерал” йырын башҡарҙы. Сара байраҡ тапшырыу тантанаһы һәм “шайморатовсыларҙың” тантаналы маршы менән тамамланды. – Тантана миңә тәрән тәьҫир итте. Мин бала сағымда пионер, комсомолец булған ваҡытта хәтеремә төшөрҙөм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Абхазия Президенты Аслан Бжания. – Ошондай традицияларҙы тергеҙеүегеҙгә бик шатмын. Сөнки әле бында Башҡортостандың күп милләтле халҡын һәм бөйөк Рәсәйҙе ышаныслы яҡлаясаҡ быуын үҫә Белешмә: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдан республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар асыла. Республикала бөтәһе 185 “шайморатов” класы булдырылған, унда өс меңдән ашыу бала белем ала. Йыл һайын улар өсөн легендар комдив Кубогына ҡышҡы һәм йәйге уйындар ойошторола. Уҡыуҙа һәм мәктәп тормошонда айырыуса айырылып торғандарҙы тантаналы рәүештә Өфөнөң Совет майҙанында Еңеү көнөндә “Йәш шайморатовсы” почётлы билдәһе менән бүләкләйҙәр. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.