Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Меңдәрсә кеше килде

Бөгөн Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркы бөтөнләй икенсе төҫ алды. Бында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө үткәрелде. Был сара октябрҙең беренсе ял көндәрендә тотош донъя буйлап Халыҡ-ара “Спорт барыһы өсөн” эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Рәсәйҙә был форум 2015 йылдан илдең Олимпия комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, ике йыл элек был сара баш ҡаланың Ағиҙел буйында үткәрелгәйне. Был спорт сараһының төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы физик йәһәттән әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәү, физик әүҙемлектең өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙар булыуҙы арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙың төрлө төрҙәре хаҡында бәйән итеү. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Спорт байрамы флешмоб – чемпион менән зарядка, сәләмәт тормошто яратыусыларҙың 2 мең 23 метр арауыҡты үтеүе, ижади, спорт-һауыҡтырыу программаһы, физик культура һәм спорт тармағындағы атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү кеүек сараларҙы үҙ эсенә алды. Матур йола буйынса сараға өфөләр менән бергә билдәле спортсылар, Олимпия уйындары чемпиондары ҡушылды. Быйыл иһә мәртәбәле ҡунаҡ - фехтование буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков ҡатнашты. - Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһын да Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө менән ҡотлайым. Өфөләр ошондай спорт байрамына лайыҡ тип уйлайым. Был байрамдың төп идеяһын – спорт, сәләмәт тормош һөҙөмтәһендә берләшеүҙе– 10 меңләгән кеше бер юлы тормошҡа ашырҙы, - тип белдерҙе Станислав Поздняков. Көндөң бер аҙ болоҡһоп тороуы, көҙгө һалҡын спорт һөйөүселәрҙең күңелен һис тә төшөрә алманы, киреһенсә, спорт, берҙәмлек һөҙөмтәһендә улар көс-дәрт туплап таралды.