Өфө - волейбол үҙәге!
Башҡортостан баш ҡалаһына илдең иң көслө волейболсылары йыйылды. Был көндәрҙә Динамо системаһына ингән ойошма командалары беҙҙә көс һынаша. Ярыштар Динамо стадионында һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты залдарында уҙа. Закир Шәрипов репортажы.Һуңғы осорҙа Рәсәйҙә спортҡа һәм илһөйәрлеккә ҙур иғтибар бүленә. Етәкселек бигерәк тә йәштәрҙең сәләмәт йәшәү рәүешен хуплап, төрлө ярыштар ойоштороуға үҙ фатихаһын бирә. Төрлө сараларҙы уҙғарыуға Динамо ойошмаһы ла күп көс һала.Динамо ойошмаһының бер-нисә спорт төрө буйынса спартакиадаһы үтә. Унда бөтә көс структуралары ярыша. Федераль именлек хеҙмәте, Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, Федераль суд приставтары, Росгвардия вәкилдәре, Таможня хеҙмәте бер майҙанға йыйылып көслөләрҙе асыҡлай. Быйыл Динамо ойошмаһының волейбол буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарының финалы Өфөлә уҙғарыла. Сөнки, быға тиклем Башҡортостан командаһы беренсе урын яуланы. Динамо ойошмаһы асылыуға һәм Башҡортостандың спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл. Ошо арауыҡта республика вәкилдәре ҙур уңыштарға өлгәште һәм өлгәшә. Әйткәндәй, был турнирҙа Башҡортостан, Татарстан һәм Һамар өлкәһе командалары иң көслөләр тип һанала. Башҡортостан беренсе йыл ғына волейбол ярыштарын уҙғармай. Өфөлә Рәсәй беренселегенән тыш донъя чемпионаттарының этаптары ла үткәне бар. Республикала был спорт төрөн үҙ итәләр һәм волейбол менән шөғөлләнеүселәр ҙә бихисап. Динамо ойошмаһына ҡараған командаларҙың волейбол буйынса ярышы Өфөлә 6 октябргә тиклем бара.
Смотрите видео
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».