Спорт – ул һаулыҡ, көс һәм дәрт сығанағы. Уны йәшәү рәүеше итеп алыусылар тормошта ота ғына. Башҡортостан Республикаһының еңел атлетика буйынса чемпионы, Рәсәйҙең лапта буйынса беренселегенең бронза миҙалы хужаһы Вадим Сәләхетдиновтың тормошонда ла был өлкә ҙур урын биләй. Ғүмере буйы йәнәш бара – Бәләкәйҙән сәләмәт тормош алып барыу яҡлы инем, шуға күрә мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ көрәш, еңел атлетика менән шөғөлләндем, – ти Вадим Винер улы. – Тиҫтерҙәрем менән ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, яңынан-яңы үрҙәргә артылырға илһамланып ҡайта инек. Был миңә бик ныҡ оҡшаны, тағы ла дәртләнеберәк физик күнекмәләр менән шөғөлләнә башланым. Шул ваҡыттан алып спорт минең менән бергә ғүмер буйы йәнәшә барасаҡ, тип ҡарар иттем. 2010 йылда Вадим Сәләхетдинов көрәш буйынса өсөнсө өлкән разрядҡа эйә булған. Бынан тыш, ул спорт самбоһы буйынса – өлкән икенсе разряд, армия ҡул көрәшендә беренсе өлкән разряд алған. 2014 йылда еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат тип танылған. Әлбиттә, бер ваҡытта спорттың ике төрө менән шөғөлләнеүе бик ауыр. Шулай ҙа бер үк ваҡытта аҙнаһына алты тапҡыр еңел атлетика, өс тапҡыр самбо секцияһына йөрөгән. – Миңә һәр ваҡыт кешеләрҙең башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүе ҡыҙыҡ ине, шуның өсөн был йәһәттән үҙемде һынап ҡараным. Бынан тыш, ауыр атлетика – ятып штанга күтәреү менән дә шөғөлләнәм, – ти ул. Вадим Винер улы Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында тыуып үҫкән. Йәш сағында көрәш, футбол, ҡул көрәше, лапта, ятҡан ерҙән кәүҙәне күтәреү кеүек спорт төрҙәре яратҡан шөғөлдәре була, ғәмәлдә уның күңелен еңел атлетика ныҡлап биләй. Мәктәпкә уҡырға барған ваҡыттан уҡ ошо спорт төрө менән ул ныҡлап шөғөлләнә. Хәҙер инде Вадим Винер улы – Башҡортостандың еңел атлетика һәм лапта буйынса чемпионы, Рәсәйҙең лапта буйынса беренселегенең бронза миҙал хужаһы, Башҡортостандың лапта буйынса ир-егеттәр йыйылма командаһы капитаны, Ҡырмыҫҡалы районының футбол, еңел атлетика һәм лапта буйынса йыйылма командаһы ағзаһы, еңел атлетика, лапта буйынса спорт мастерлығына кандидат, Рәсәй Кубогы һәм чемпионатының лапта буйынса призеры, Башҡортостан Республикаһының еңел атлетика буйынса ауыл спорт уйындары чемпионы. – Һәр спорт төрөндә һөҙөмтәгә һәм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн күп көс талап ителә. Шул уҡ ваҡытта бирешмәҫкә, ныҡышмал булырға кәрәк. Еңел атлетика буйынса бик күп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәштем. Мәҫәлән, 2014 – 2016 йылдарҙа шәхси беренселектә 400 метрлыҡ арауыҡта – өс тапҡыр, бер нисә тапҡыр эстафета йүгерешендә Башҡортостан чемпионы булдым. 2016 йылда атҡаҙанған спорт мастеры А.М. Сорокин иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй уйындарында бронза миҙал яуланым, – ти спортсы. – 2015 йылдан лапта уйыны менән ҡыҙыҡһына башланым, ул күңелемә ятты. Шулай уҡ был спорт төрө буйынса ла спорт мастерлығына кандидат, лапта буйынса иһә биш тапҡыр Башҡортостан чемпионы булдым. 2016 йылда Пенза ҡалаһында Рәсәй кубогы уйындарында һәм 2017 йылда Рәсәй чемпионатында бронза яуланым. 2018 йылда “Газпром трансгаз Уфа” командаһы составында Башҡортостандың ятып тәнде күтәреү буйынса чемпионатында өсөнсө урынға сыҡтым. Бөгөн футбол, еңел атлетика һәм лапта буйынса әүҙем шөғөлләнәм. Район йыйылма командалары составында Башҡортостан беренселектәрендә ҡатнашыуымды дауам итәм Үҙ-үҙеңде еңергә, һаулығыңды хәстәрләргә булышлыҡ итә Вадим Сәләхетдинов спортҡа барлыҡ көсөн һала, сөнки ул күңелендә ҡәнәғәтлек тойғоһо ҡалдыра. Иң мөһиме – ныҡышмал рәүештә шөғөлләнергә кәрәк, шул саҡта еңеүгә өлгәшергә мөмкин, тигән фекерҙә ир-уҙаман. – Спорт менән дуҫ булһаң, ул – үҙ-үҙеңде еңеү ҙә, һаулығың һәм тәнең тураһында хәстәрлек күреү ҙә. Киләсәккә ҙур пландар менән йәшәйем – үҫеп килгән быуынды спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, тәжрибәм менән уртаҡлашыу. Әйткәндәй, райондың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса бер аҙ тренер булып эшләп алдым. Балалар менән эшләү миңә бик оҡшай ине, ләкин әлегә тренер булараҡ әҙер түгелмен, – ти Вадим Сәләхетдинов. Был йәһәттән ул тәжрибә уртаҡлашыу өсөн үҙ өҫтөндә эшләй, еңел атлетика буйынса күнекмәләр үткәрә. Һамар ҡалаһында үтәсәк “Роснефть” спартакиадаһына әҙерләнә. - Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА