Унда Рәсәйҙән, Бразилиянан, Пакистандан, Ҡытайҙан, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Монголиянан спорт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәләре ғалимдарын, белгестәрен йыйылды. Конференцияның төп маҡсаты глобаль үҙгәрештәр осоронда Евразия киңлегендә артабан спорт хеҙмәттәшлеге үҫеше өсөн кәңәштәр әҙерләү ине. Сараны Рәсәй Спорт министрлығы, Евразия халыҡтары ассамблеяһы, Милли һәм Олимпия төрө булмаған спорт уйындары комитеты, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, республиканың Спорт министрлығы, Башҡортостан физик культура институты, Чурапчинск дәүләт физик культура һәм спорт институты ойошторҙо. Пленар өлөш модераторы Башҡортостан физик культура институты директоры, педагогия фәндәре докторы, профессор Лилиә Макина булды. Конференцияла ҡатнашыусылар бер тауыштан спорт кешеләрҙе берләштерергә, сәйәси интригалар, илдәр араһында проблемалар инструменты булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе. Ошондай һүҙҙәр Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыциндың, Милли һәм спорттың Олимпия төрө булмаған спорт төрҙәре комитеты президенты Роман Илиевтың сәләмләү һүҙҙәрендә яңғыраны. Конференция делегаттарына сәләмләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та мөрәжәғәт итте. – Евразия халыҡтары ассамблеяһы Милли һәм Олимпия төрө булмаған спорт төрҙәре комитеты менән берлектә яңы, заманса реалияларға яуап биргән эшләнмәләр буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара, тип әйтелә сәләмләүҙә. Был йәһәттән спорттың милли һәм Олимпияға ҡарамаған төрҙәре, Евразия киңлегендә мәҙәни-спорт йолалары нигеҙендә халыҡ-ара спорт коммуникациялары системаһын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу өсөн нигеҙ булараҡ, ҙур роль уйнай. Конференцияны асыу хоҡуғы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевҡа бирелде. Евразия халыҡтары ассамблеяһы Генераль секретары Андрей Бельяниновтың фекеренсә, спорт өлкәһендә дәүләттәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырырға булышлыҡ итәсәк. - Евразия халыҡтарының милли спорт төрҙәрен дә берләштергән Евразия Олимпия комитетын ойоштороу спорттың яңы форматтағы төрҙәрен үҫтерергә булышлыҡ итәсәк, - тип белдерҙе республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Конференцияла Евразия төбәгендә спорт һәм спорт хеҙмәттәшлеге менән бәйле фәнни докладтар тыңланды, көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр булды. Автор, сығанаҡ: Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллегенең матбуғат секретары Наталья Викторовна Шаһиева.