Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яратҡан спорт төрөнә хыянат итмәйҙәр

Һаңғырау спортсылар, төрлө ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, барыһына ла һәм үҙҙәренә яратҡан спорт төрөнә хыянат итмәүен дәлилләй. Улар өсөн был Корея хәрби сәнғәт төрө социаль реабилитациялауҙың бер төрө булып тора. Өфөлә үткәрелгән йәйге Сурдлимпия уйындарында тхэквондо буйынса ярыштар ир-егеттәр араһында 58, 68, 80, 80-дән күберәк һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 49, 57, 67 һәм 67-нән күберәк килограмм ауырлыҡ үлсәмендә үткәрелде. Ярыштарҙың баш судьяһы Павел Пося әйтеүенсә, биш илдән 64 спортсы заявка биргән. Судьялар корпусы 24 судьянан тора. Гузал Эшмирзаева 67 килограмм аурлыҡ үлсәмендә беренсе урын яуланы. Краснодар крайынан Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Жанна Щербакова ярыштарҙың юғары үткәрелеүенән һоҡланған. Башҡортостандың Тхэквондо буйынса союзы президенты Таһир Вәхитов ярыштарҙы юғары кимәлдә ойошторолоуы тураһында белдерҙе. Фото, сығанаҡ: mgazeta.com/articles/obshchestvo