Өфөлә барған “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарында боулинг буйынса ярыштар шәхси һәм парлы, өсәүләп, команда һәм абсолют ярыштар үткәрелә. Һәр ярыштың төп кешеләре – судьялар. Улар үҙҙәренең спорт төрө тураһында барыһын да белә. - Боулинг буйынса ярыштарҙа 12 тирәһе ил вәкилдәре үҙ көсөн һынай, - тине боулинг буйынса Бөтә Рәсәй категорияһы судьяһы Александр Абысов. – Был - Латвия, Азербайжан, Вьетнам, Омандан ҙур делегация, Әрмәнстан, Испания, Төркиә һәм башҡа илдәр. Рәсәй исеменән ике команда – Рәсәйҙең һәм Рәсәй төбәктәренең йыйылма командары сығыш яһай. Беҙҙең спортсылар көслө. Судья Өфө ҡраһында ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Мин Өфөлә беренсе тапҡыр. Бында кешеләр ихлас. Ярыштарҙан һуң Салауат Юлаев һәйкәлендә булдым. Ҡала йылдам үҫешә, яңы йорттар үренә. “Мегаполис” боулинг клубы ла ҡыуандырҙы, уның быға тиклем ошондай кимәлдәге ярыштарҙы үткәреү тәжрибәһе булмаған. Фото: республиканың Спорт министрлығы.