Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ата

Рәсәйҙә пуля атыу спортына етди иғтибар бүленә. Өҫтәүенә, был спорт төрөн популярлаштырыу буйынса ла эш алып барыла. Өфөлә үткәрелгән йәйге Сурдлимпия уйындарында был спорт төрө буйынса ярыштар бара. Шулай итеп, “Астра” спорт клубында был спорт төрө буйынса турнир күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Атыу буйынса тренер, спорт мастеры Илдар Харисов (һүрәттә) Пермь ҡалаһынан килгән. “Бөгөн Рәсәйҙең беренсе һәм икенсе составтары командалары сығыш яһаны. Тағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың пистолеттан атыу буйынса этабы бара. Һигеҙ ҡатнашыусы миҙал өсөн көрәшә. Төрлө йәштәгеләр үҙ көсөн һынай. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары – Рәсәйҙән һәм Белоруссиянан. Ир-егеттәр командаларына килгәндә, ошо уҡ илдәрҙән һәм тағы Омандан вәкилдәр бар”, - тине ул. Автор фотолары.