24 июлдә “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарын тантаналы асыу сараһы “Өфө-Арена”ның универсаль спорт майҙансығында үткәрелде. Сурдлимпиясыларға һәм тамашасыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Рәсәйҙең спорт министры Олег Васильевич Матыцин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Һаңғырауҙар спорт федерацияһы президенты Дмитрий Васильевич Ребров мөрәжәғәт итте. Тамашасыларға уникаль шоу-программа күрһәтелде. Уның сюжетына ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да берләштергән тел – спорт теле – тураһындағы мәҙәни мотивтар һалынған ине. “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындары 23 июлдә башланды һәм 2 авгусҡа тиклем дауам итә. Ярыштар барасаҡ 10 көндә 1500-ҙән ашыу спортсы Өфөләге 18 спорт майҙансығында 21 спорт төрө буйынса миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Уйындарҙа донъялағы 30 илдән, шул иҫәптән Франциянан, Төркиәнән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, АҠШ-тан, Испаниянан, Израилдән, Кениянан, Бахрейндан, Ирандан, Ираҡтан, Вьетнамдан һәм башҡа илдәрҙән судлимпиясылар ҡатнаша.