Найти тему
Башҡортостан гәзите

Осраҡлы ғына тәҡдим итәләр

Кемдер көн һайын тормошона, һаулығына, көнкүреш шарттарына һәм башҡа сәбәптәргә зар­ланыусан, ә кемдер, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, аныҡ маҡсаттар ҡуйып алға ынтыла, тулы ҡанлы тормош алып барырға тырыша. Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Марат Хә­сәнов биш йәшендә йәрәхәт­ләнә һәм оҙаҡ йылдар дауалана. XI класты тамамла­ғандан һуң, егет Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тап унда Марат пауэр­лифтинг менән шөғөлләнә башлай. Беренсе күнекмәнән һуң уҡ ошо спорт төрө оҡ­шай. “Пауэрлифтинг тура­һын­да урамда осраған ке­шеләр һөйләгәйне. Шулай итеп, 2012 йылда көтмәгәндә әйтелгән тәҡдим буйынса күнекмәгә барырға ҡарар иттем”, – ти ул хәҙер, шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып. Бөгөн Марат Хәсәнов –ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙең Паралимпия уйындары буйынса йыйылма командаһы лидерҙарының береһе. Ул – спорт мастеры. Яҡын арала егеткә 49 ки­лограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен бирәсәктәр. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Марат Айрат улы Башҡортостандағы ошо уҡ ауырлыҡ үлсәмендәге спортсыларҙан беренсе булып халыҡ-ара класлы спортсы нормативтарын үтәгән. Ул күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Ҡыр­мыҫҡалы егете – пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал хужаһы. Ә рейтинг буйынса ул – туғыҙынсы урында. Үҫмер сағында урамда әйтелгән осраҡлы тәҡдим Марат Хәсәновтың тотош тормошон үҙгәртә, уға дәрт-көс өҫтәй. Ғөмүмән, уның йәшәү рәүеше, тормошҡа булған һөйөүе – күптәргә, хатта һау-сәләмәт булып та ғүмер ҡәҙерен аңлап бөтмәгәндәргә күркәм өлгө. Спорттың төп тәғәйенлә­нештәренең береһе – тормош ауырлыҡтары алдында баҙап ҡалмауға, ҡуйған маҡсаттарыңды бойомға ашырып алға атлауға, һынмауға булышлыҡ итеү. Айһылыу НИЗАМОВА Ҡырмыҫҡалы районы.