Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алһыу йәнә еңеп сыҡты

Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Алһыу Минәжева ишкәкле слалом буйынса Рәсәй беренселегендә һәм кубокка ярыштарҙа алтын, көмөш миҙалдар яуланы. Алһыу – Илеш районының Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдан шөғөлләнә башлаған. Бай­даркаларҙа һәм каноэла ишеү буйынса республика Олимпия резервы мәктәбе тәр­биә­ләнеүсеһе. Беренсе тре­нерҙары – Валентина Егорова, Николай Волков. Ул Баш­ҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай. Сираттағы ярыштарҙа Илеш һылыуы ҡатын-ҡыҙҙар араһын­да каноэла яңғыҙ ишеү дисцип­линаһында – беренсе, “каяк” дисциплинаһында икенсе урынды яуланы. Ә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында каноэла икенсе урынға сыҡты. 24 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ишкәкле слалом буйынса ярыштар Новгород өлкәһенең Окуловка ҡалаһында үткәрелде. Айһылыу НИЗАМОВА