Өфөнөң «Йәшлек House» йәштәр майҙансығында “Халыҡтар дуҫлығы” шахмат турниры үтте. Милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларының, йәштәр һәм корпоратив берләшмәләрҙең 14 ҡатнаш командаһы составында 50-ләп кеше шахмат буйынса «Халыҡтар дуҫлығы» турнирында Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе кубогына көс һынашырға йыйылды. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының төбәк вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук, «Евразиада» спорт һәм социаль проекттар һәм программалар дирекцияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Илья Ломако, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Флүзә Ғайсина, “Толпар” спорт клубы директоры Әмирйән Даукаев ҡатнашты. - «Халыҡтар дуҫлығы» шахмат турниры – республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Беҙ спортҡа төрлө йүнәлештәрҙә булышлыҡ итәбеҙ, ә шахмат - илебеҙҙә иң яратҡан һәм хөрмәт иткән спорт төрҙәренең береһе. Башҡортостанда был интеллектуаль спорт төрө менән 17 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Бындай саралар ярҙамында беҙ милләт-ара дуҫлыҡты нығытабыҙ һәм Башҡортостанда шахматтың әһәмиәтен күтәрербеҙ, тип ышанам, - тип билдәләне Андрей Назаров һәм ҡатнашыусыларға уңыштар, еңеүҙәр һәм ғәҙел көрәш теләне. Башҡортостан Республикаһының милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәр: 1-се урын - «Кохав» милли йәһүд мәҙәниәте ойошмаһы; 2-се урын - Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге; 3-сө урын - Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы. Йәштәр һәм корпоратив берләшмәләр араһында еңеүселәр: 1-се урын – “Шурави-Спорт” хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы; 2-се урын - Дағстандың Өфө йыйылма командаһы; 3-сө урын - Римма Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге. Дөйөм зачетта еңеүселәр: 1-се урын - «Кохав» милли йәһүд мәҙәниәте ойошмаһы; 2-се урын - Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге; 3-сө урын - Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru